Иҫке Күҙәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Иҫке Күҙәк
Иҫке Күзәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Ишле

Координаталар

54°15′26″ с. ш. 55°54′47″ в. д.HGЯO

Милли состав

татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 816 005

ОКТМО коды

80 605 416 121

Иҫке Күҙәк (Рәсәй)
Иҫке Күҙәк
Иҫке Күҙәк
Иҫке Күҙәк (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Күҙәк

Иҫке Күҙәк (рус. Старокузяково) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 362 кеше[1]. Почта индексы — 453471, ОКАТО коды — 80205816005.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атамаһы иҫке ‘старый’ һәм шәхси Күҙәк исеменән сыҡҡан[2].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район үҙәгенән төньяҡҡа табан 26 км һәм Аҡкүл тимер юлы станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 50 км алыҫлыҡта Һарыйылға һәм Өйәҙән йылғалары (Өршәк йылғаһы бассейны) араһында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл 1710 йылдан, типтәрҙәр Өфө өйәҙе Алмантай ауылынан Мең улусының Муса ауылы башҡорттары менән килешеү нигеҙендә күсенгәндән билдәле. 1783 йылғы ревизия ваҡытында унда 90 типтәр күрһәтелгән. 1859 йылда 63 йортта 291 кеше йәшәгән. Яңы Күҙәк ауылы төп ауылдан 1782 йылда айырылып сыға, ул саҡта 20 кеше иҫәпләнә (хәҙерге Әхмәр ауылы). 77 йылдан һуң 23 йортта 128 ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Ревизия төп Күҙәк ауылына нигеҙ һалыусының улдарын теркәгән: 1746 йылда тыуған Әмир, 1751 йылғы Рафиҡ һәм 1758 йылғы Таңатар Күҙәковтар. Е.Пугачёв хәрәкәтендә Күҙәк ауылынан 40 кеше ҡатнаша[3]. Шулай уҡ ауылда Кирәевтәр, татар дворяндар нәҫеле, йәшәгән[4].

1782 йылда Яңы Күҙәк (20 быуаттың 30‑сы йылдарҙа Әхмәр ауылы ҡушыла) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала. 1865 йылда Иҫке Күҙәк (81 йортта 438 кеше йәшәгән; игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, һыу тирмәне булған) һәм Күзәк (30 йортта — 557 кеше; малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, һыу һәм ат тирмәне булған) ауылдары теркәлгән. 1906 йылда был ике ауыл бергә Иҫке Күзәк булараҡ иҫәпкә алынған; мәсет, татар мәктәбе, 2 бакалея кибете, 7 мөгәзәй булған. 1920 йылда Иҫке Күҙәк, 2‑се Иҫке Күҫәк (Зәйет) һәм Зәйет ауылдары булараҡ теркәлгәндәр, һуңынан улар бергә иҫәпкә алына башланған[5].

Ауыл статусын 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы ала.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 362 170 192 47,0 53,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар ( %)[6].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл эргәһендә карст мәмерйәләре бар. Иң билдәлеһе - Вертолёт мәмерйәһе[7].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • К.Маркс урамы (рус. улица К.Маркса)
  • Матросов урамы (рус. улица Матросова)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Октябрь урамы (рус. Октябрьская улица)
  • Беренсе Май урамы (рус. Первомайская улица)
  • Тау аҫты урамы (рус. Подгорная улица)
  • Йәйғор урамы (рус. Радужная улица)
  • Йылға урамы (рус. Речная улица)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Фрунзе урамы (рус. улица Фрунзе)[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 39. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 56. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Татарские родословные, списки, имена и фамилии. — Disput.Az — Page 7(недоступная ссылка)
  5. Иҫке Күҙәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  7. Туристический отчёт 2012 йыл 3 март архивланған.
  8. Госсправка сайтында урамдар исеме

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]