Эстәлеккә күсергә

Сыуаш Нуғаҙағы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сыуаш Нуғаҙағы
cыу. Чӑваш Нукасак
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Нуғаҙаҡ

Координаталар

54°06′44″ с. ш. 56°18′32″ в. д.HGЯO

Милли состав

сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 828 010

ОКТМО коды

80 605 428 141

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сыуаш Нуғаҙағы (Рәсәй)
Сыуаш Нуғаҙағы
Сыуаш Нуғаҙағы
Сыуаш Нуғаҙағы (Башҡортостан Республикаһы)
Сыуаш Нуғаҙағы

Сыуаш Нуғаҙағы (рус. Чувашский Нагадак) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 408 кеше[1]. Почта индексы — 453499, ОКАТО коды — 80205828005.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 30 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татар Нуғаҙағы): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Төкөн): 8 км

Сыуаш Нуғаҙағыға XVIII быуат уртаһында керҙәшлек килешеүе буйынса Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Нуғаҙаҡ исеме менән яһаҡлы сыуаштар нигеҙ һала. Ауылға күрше Татар Нуғаҙаҡ ауылы, Өфө губернаһынан күсеп килеүселәр, сыуаштар һәм татарҙар менән бергә нигеҙ һалына. Быуат аҙағында ауылда 383 кеше иҫәпләнгән. 1865 йылда 45 йортта 568 кеше иҫәпкә алынған. Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ауылда 325 кеше йәшәгән[2].

Игенселек, умартасылыҡ, сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда сиркәү, 2 мәктәп, тимерлек, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған; улус идараһы урынлашҡан. Шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. 20‑се йылдарҙан алып хәҙерге исемен йөрөтә[3].

Борон ауыл сыуаш һәм татар ауылдарына бүленгән. Бәләкәй Нуғаҙаҡ 19 быуат аҙағында һәм Толмачевка 1911 йылда унан айырылып сыға.

Ауыл исеме «нуғай» этнонимынан алынған, сөнки төбәктә Нуғай татарҙарының йәйләүҙәре урынлашҡан.

«Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй.

87 километрлыҡ Ҡарламан — Мораптал тимер юлы һыҙығының тиер юлы платформаһы. Стәрлетамаҡҡа, Өфөгә, Ҡарлыманға тиклем көн һайын ҡала яны бәйләнеше бар[4]. Шулай уҡ Талбазы менән Стәрлетамаҡҡа сығыу урыны булған күрше Татар Нуғаҙаҡ ауылы аша Ғафури районының Аҡкүл ауылына тиклем асфальт юл һәм Өфөгә сығыу урыны булған грунтлы юл (йәй көнө еңел автомобилдә йөрөү өсөн яраҡлы, өлөшләтә ҡырсынташ һибелгән) бар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 408 213 195 52,2 47,8
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - сыуаштар (100 %)[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Болон урамы (рус. Луговая улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Күл урамы (рус. Озерная улица)
  • Урал урамы (рус. Уральская улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[6]