Александровка (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Александровка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Степановка

Координаталар

54°00′00″ с. ш. 56°00′00″ в. д.HGЯO

Милли состав

сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 837 002

ОКТМО коды

80 605 437 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Александровка (Рәсәй)
Александровка
Александровка
Александровка (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Александровка

Александровка (рус. Александровка) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 179 кеше[1]. Почта индексы — 453496, ОКАТО коды — 80205837002.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элекке алпауыт ауылдарынан килгән урындағы крәҫтиәндәр 1875 йылда алпауыт Ушаковтан 63 дисәтинә ер һатып ала һәм, 9 йорттан Александровка ауылын ойоштороп, шунда күсеп ултыра. Тәүгеләрҙән булып 58 кеше төпләнә. Тәүге төпләнеүсе Александр Захаров исеме менән аталған[2].

Ауыл тораҡ пунктының ауыл статусын ҡасаба Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусының үҙгәреүе, административ үҙәктәрҙең күсерелеүе менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында», 211-з һанлы Законына ярашлы ала, ст.1:

6. Тораҡ тибын ауыл тип билдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә:

5) Ауырғазы районында:…

г) Степановка ауыл Советы Александровка ҡасабаһының

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 179 90 89 50,3 49,7
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — сыуаштар (91 %)[3].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түрһәгәҙе йылғаһы (Ауырғазы йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ленин урамы (рус. улица Ленина)[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 57. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта  (рус.)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. Госсправка сайтныда урамдар исеме

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]