Эстәлеккә күсергә

Бишҡайын (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бишҡайын
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Бишҡайын

Координаталар

54° с. ш. 56° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 807 001

ОКТМО коды

80 605 407 101

ГКГН номеры

0523770

Бишҡайын (Рәсәй)
Бишҡайын
Бишҡайын
Бишҡайын (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Бишҡайын

Бишҡайын (рус. Бишкаин) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1150 кеше[1]. Почта индексы — 453485, ОКАТО коды — 80205807001.

Бишҡайын ауылы XVIII быуат уртаһында барлыҡҡа килә, 1770 йылда Ҡазан губернаһының Чебоксар өйәҙе Шырға улусынан яңы суҡындырылған сыуаштар (3-сө, 1-се ауылдар, Ябай һәм Иҫке Йәнгилдиндар, Кәнйәр улусы Тинһариндары, Байғоловтар, 1-се һәм 2-се Торуновтар, Турун улусы Исаковтар һәм Ильясовтар) нигеҙ һала, унда V ревизия буйынса 200-гә тиклем сыуаш иҫәпләнә. Был ауыл халҡы яңы тораҡ пункттарға нигеҙ һала. XVIII быуат аҙағында 15 ғаилә Миңлеяр Биксуринға ҡараған Өфө өйәҙе Подлесный Ключ ауылына күсенә. 1865 йылда 127 йортта — 794 кеше. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, сана, тәгәрмәс һәм туғын яһау менән шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ ылаусылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 6 һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан[2].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда сиркәү (1902 йылда төҙөлгән), башҡа милләттәр өсөн мәктәп, тимерлек, 4 һыу тирмәне, шарап һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән;

Бишҡайын ауылы — административ үҙәк. Ауылда Бишҡайын урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Белая берёза” сыуаш халыҡ йырҙары хоры), китапхана бар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1715
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1675
1959 йыл 15 ғинуар 1403
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1210
2002 йыл 9 октябрь 1201
2010 йыл 14 октябрь 1150 574 576 49,9 50,1

1906 йылда 1560 кеше йәшәгән.

Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек сыуаштар йәшәй[3].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бишҡайын йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 20 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 9 км[4]
  • 8 Март урамы (рус. улица 8 Марта)
  • Күсмә урам (рус. Выездная улица)
  • Ҡамышлы урамы (рус. Камышлинская улица)
  • Тимерлек урам (рус. Кузнецкая улица)
  • Һөнәрселек урамы (рус. Кустарная улица)
  • Урман урам (рус. Лесная улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Беренсе Май урамы (рус. Первомайская улица)
  • Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
  • Пролетар урамы (рус. Пролетарская улица)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Себер урамы (рус. Сибирская улица)
  • Урал урамы (рус. Уральская улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)[5]

Тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бишҡайын мәмерйәһе — карст мәмерйәһе, аҫҡы пермдең көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Тоҡҡа оҡшаш, сикләнгән, 2 залдан тора. Тәүгеһенең оҙонлоғо 10 м, киңлеге 8 м.[6]

  • Бишҡайын йылғаһы
  • Ҡарасйылға күле
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 57. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. Госсправка сайтында урам исемдәре
  6. Бишҡайын мәмерйәһе