Мостафа (Ауырғазы районы)
Ауыл | |
Мостафа Мостафа | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав |
татарҙар, башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мостафа (рус. Мустафино) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 432 кеше[1]. Почта индексы — 453483, ОКАТО коды — 80205804004.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күҙйылға йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 8 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Көйәҙебаш): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 23 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1760 йылдың 14 декабрендә сотник Төрөмбәт Ырыҫҡолов етәкселегендә Меркет-Мең улусының Төрөмбәт, Дәүләт, Өнгәр, Буран ауылдарының аҫаба башҡорттары Ҡарамалы ауылынан яһаҡлы татарҙарҙан биш йорто менән Мостафа Дүсмәтовты (унан тыш мулла Ғүмәр Абдуллин, Исай Рысаев, Собханғол Мырҙаҡаев, Әҙилморат Мәмәдилиндарҙы), Ырымбур ҡалаһы Сәйет слободаһынан татар Үтәгән Бигәшевты, шулай уҡ Юрматы улусынан башҡорт Иҙелбәковты, Тамьян улусынан Ғәбделсәләм Күсәрбаевты һәм Кәлсер-Табын улусынан Яҡшыбай Рәхимҡоловты индерә. Бөтә был керҙәштәр һәр йорттан бер тапҡыр 8-шәр һум түләп күсеп ултыра, башҡаса уларҙан бер ниндәй ҙә түләү талап ителмәй. Шулай итеп, ауыл яһаҡлы татар Мостафа Дүсмәтов исеме менән атала башлай, ә икенсе исеме Ҡарамалы булып ҡала. Һуңынан Мостафа Дүсмәтов башҡалар менән бергә типтәр ҡатламына күсеп, типтәр старшинаһы булып китә. Уның улдары ла билдәле. Башҡа документта был ауылда типтәрҙәрҙең барлыҡҡа килеү ваҡыты Меркет-Мең улусы аҫабалары менән керҙәшлек килешеүе төҙөгән 1747 йыл тип күрһәтелгән. Тимәк, типтәрҙәр яһаҡлы татар һәм ерһеҙ башҡорттарға ҡарағанда иртәрәк барлыҡҡа килгән. IV рәүиз буйынса 1783 йылда типтәр ир-ат — 73, 1834 йылда 123 кеше иҫәпләнгән. 1811 йылда бында Түбәнге Новгород губернаһының Сергач өйәҙе Әхтәр ауылынан 15 яһаҡлы татар күсеп ултыра. X рәүиз буйынса 1859 йылда 33 йорт типтәрҙәр (210 ир-ат һәм 207 ҡатын-ҡыҙ) һәм 5 йорт башҡорттар (30 ир-ат һәм 33 ҡатын-ҡыҙ) була. Өҫтәүенә башҡорттар - аҫаба, ә типтәрҙәр керҙәш итеп күрһәтелгән.[2]. Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда 2 мәсет, мәктәп, 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 432 | 201 | 231 | 46,5 | 53,5 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар (64 % %), башҡорттар (34 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Видеояҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 Май урамы (рус. улица 1 Мая)
- 7 Ноябрь урамы (рус. улица 7 Ноября)
- Ғ.Туҡай урамы (рус. улица Г.Тукая)
- Киров урамы (рус. улица Кирова)
- Космонавтар урамы (рус. улица Космонавтов)
- М.Ғафури урамы (рус. улица М.Гафури)
- Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
- Совет урамы (рус. Советская улица)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 55. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Мостафа (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1850 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 55. — ISBN 978-5-295-04683-4..
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |