Наумкин (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Наумкин
Наумкин
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Балыҡлыкүл

Координаталар

53°53′41″ с. ш. 55°46′39″ в. д.HGЯO

Милли состав

сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 802 006

ОКТМО коды

80 605 402 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Наумкин (Рәсәй)
Наумкин
Наумкин
Наумкин (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Наумкин

Наумкин (рус. Наумкино) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 699 кеше[1]. Почта индексы — 453494, ОКАТО коды — 80205802006.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наумкин ауылында (Әзекәйкүл) 1795 йылда V ревизия буйынса мордвалар йәшәй: 22 ир-ат һәм 20 ҡатын-ҡыҙ. Шул саҡта уҡ бында Ҡарамалы ауылынан яңы суҡындырылған сыуаштар килеп төпләнә — 33 ир-ат һәм 35 ҡатын-ҡыҙ. Халҡы Өфө өйәҙе Ҡыҙыл Яр һәм Ырымбур губернаһының Бөгөлмә өйәҙе Тарҡай ауылдарынан килгән халыҡ менән тулыландырыла. Ҡатнаш сыуаш-мордва халҡы йылдан йыл яңы күскенселәр иҫәбенә арта. 1902 йылда унда 1760 кеше менән 232 ихата иҫәпләнә. Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу 1920 йылда 318 ихата асыҡлай, унда 1793 сыуаш һәм мордва йәшәй. 1795 йылғы ревизия яңыраҡ христианлыҡ ҡабул иткән кешеләрҙең сыуаш исемдәрен дә һаҡлап ҡалған. Ауыл 19 быуат уртаһынан ошо ауылда йәшәүсе Наум Карпов исеменән хәҙерге исемен алған[2].

Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда сиркәү (1902 йылда төҙөлгән), грамота мәктәбе, 2 бакалея кибете, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән[3].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наумкин Балыҡлыкүл ауыл Советына ҡарай. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 699 357 342 51,1 48,9
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - сыуаштар (61 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 16 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 40 км

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Васильев урамы (рус. улица .Васильева)
  • Таулы урамы (рус. Нагорная улица)
  • Пролетар урамы (рус. Пролетарская улица)
  • Йылға урамы (рус. Речная улица)
  • Баҡса урам (рус. Садовая улица)
  • Удар урам (рус. Ударная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]