Мораҙым (Ауырғазы районы)
Ауыл | |
Мораҙым рус. Мурадымово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453475 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Мораҙым (рус. Мурадым; элекке атамаһы Иҫке Мораҙым) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 773 кеше[2]. Почта индексы — 453475, ОКАТО коды — 80 205 825 006.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мораҙым ауылы Меркет-Мең улусы старшиналарының береһе Мораҙым Сәйетмәмбәтовтың исемен йөрөтә. Бер ваҡыт ул Өршәк-меңдәрҙең башлығы булған.
XVIII быуат аҙағында ауылда 23 йортта 138 кеше иәҫпләнгән. 60 йылдан һуң — 70 йортта 400 аҫаба башҡорт йәшәгән. Мораҙым һәм Турһәғәҙе ауылдарының туғанлыҡ бәйләнештәре тығыҙ була, был турала Мораҙым Байым етәкселегендә тәүгеһенән икенсеһенә 6 ғаиләнең күсенеүе һөйләй. Байым Мораҙымов 1760—1825 йылдарҙа йәшәй. Улдары 1785 йылғы Ҡотлогилде, зауряд-сотник, 1793 йылғы Моратбаҡый була. Исмәғил Сәйетмәмбәтовтың ике улы — Ҡотлой һәм Килсура. Килсура Исмәғиловтың алты улы була. Был ауылдың башҡорттары ярым күсмә малсылыҡ, умартасылыҡ, сана, арба яһау менән шөғөлләнгән. Ужым иген тураһында әле белмәгәндәр. 1842 йылда 305 кешегә 1120 бот яҙғы иген сәселгән[3]. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 20 быуат башында Яңы Мораҙым бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс, Иҫке Мораҙым тип теркәлгән, 2002 йылдан алып улар хәҙерге исем менән бергә иҫәпкә алына[4].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1906 йылда мәсет, бакалея кибете теркәлгән.
Бөгөнгө көндә урта мәктәп, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 773 | 376 | 397 | 48,6 | 51,4 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[5].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1850 йылда[6] һәм 1851 йылда[7] Мораҙым ауылында рәүиз (ревизия ) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аҡ Шишмә йылғаһы (Өршәк йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тау урамы (рус. Горная улица)
- Крупская урамы (рус. улица Крупской)
- М.Ғафури урамы (рус. улица М.Гафури)
- Күпер урамы (рус. Мостовая улица)
- Октябрь урамы (рус. Октябрьская улица)
- Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
- Яр буйы урамы (рус. Прибрежная улица)
- С.Юлаев урамы (рус. улица С.Юлаева)
- 1-се С.Юлаев тыҡрығы (рус. 1-й переулок С.Юлаева)
- 2-се С.Юлаев тыҡрығы (рус. 2-й переулок С. Юлаева)
- Өршәк урамы (рус. Уршакская улица(
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[8]
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ишмырҙин Ғәли Мөхәмәтйән улы (1903—1942) — лётчик-һынаусы, майор. Өфө аэроклубының беренсе етәксеһе. Башҡорттарҙан һәм Башҡортостандың беренсе лётчигы.
- Мырҙабаева Флүзә Рәжәп ҡыҙы (25 сентябрь 1950 йыл) — журналист, шағир. 1996 йылдан Журналистар, 1999 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Шәһит Хоҙайбирҙин (2000) һәм Ғәлимйән Ибраһимов (2001) исемендәге премиялар лауреаты[9].
- Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы (7 февраль 1936 йыл) — хеҙмәт ветераны, ғалим-фольклорсы. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1973 йылдан — өлкән, 1999 йылдан — төп, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре докторы (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
- Ҡудашев Шамил Закир улы (рус. Кудашев ШамильЗакирович; 26 май 1952) — сәйәсмән, уҡытыусы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
Ауыл ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мораҙымда бар... Сынтимер самолеты. Азамат Әбүталипов. «Киске Өфө» гәзите, 2013 йыл, 12-се һан.[10]
Тәбиғәт ҡомартҡылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мораҙым мәмерйәһе
Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аҡ шишмә йылғаһы
- Сыбы тауы
- Һалабаш күле[11]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 51. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Мораҙым ауылы
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта (рус.)
- ↑ ревизия материалдары
- ↑ ревизия материалдары
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 3 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мырҙабаева Флүзә Рәжәп ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2019)
- ↑ «Киске Өфө», 2013 (12) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2018)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1850 йылғы ревизия материалдары
- 1851 йылғы ревизия материалдары
- 1816 йылғы ревизия материалдары
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 51. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Мораҙым (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2021)
- Мурадымово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2019)
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |