Сыуаш-Ҡарамалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Сыуаш-Ҡарамалы
cыу. Чăваш Хурамалĕ
рус. Чуваш-Карамалы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ауырғазы

Ауыл советы

Сыуаш-Ҡарамалы

Координаталар

53°57′18″ с. ш. 56°10′11″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1740

Элекке исеме

Ҡуғанак

Ауыл с

2005

Халҡы

854[1] кеше (2010)

Милли состав

сыуаштар

Конфессиональ составы

православие динен тотоусылар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453485

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 872 001

ОКТМО коды

80 605 472 101

ГКГН номеры

0663099

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сыуаш-Ҡарамалы (Рәсәй)
Сыуаш-Ҡарамалы
Сыуаш-Ҡарамалы
Сыуаш-Ҡарамалы (Башҡортостан Республикаһы)
Сыуаш-Ҡарамалы

Сыуаш-Ҡарамалы (рус. Чуваш-Карамалы) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 854 кеше[2]. Почта индексы — 453485, ОКАТО коды — 80205872001.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сыуаш Ҡарамалы ауылы XVIII быуаттың 60-сы йылдарынан билдәле. 1740 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Сембер өйәҙенең Федькино ауылынан суҡындырылмаған сыуаштар Ҡуғанаҡ исеме менән нигеҙ һала. 1760 йылда бында шулай уҡ шарттарҙа Ҡазан губернаһының Свияжск, Чебоксар һәм Цивильский өйәҙҙәренән сыуаштарҙың яңы төркөмдәре килеп урынлаша. 18 быуат аҙағынан алып Ҡарамалы булараҡ иҫәпкә алына[3]. V рәүиз буйынса унда 250 кеше иҫәпләнә. Халыҡтың бер өлөшө Асаутамаҡҡа күсенә, шуға күрә 1811 йылда халыҡ кәмей: унда 145 кеше ҡала. 1865 йылда Сыуаш‑Ҡарамалыла 122 йортта 761 кеше йәшәй. 1920 йылда 289 йортта 698 ир-ат һәм 817 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә[4].

Игенселек, малсылыҡ, сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 йылда сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 2 тимерлек, 2 бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1515
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1509
1959 йыл 15 ғинуар 1400
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 850
2002 йыл 9 октябрь 897
2010 йыл 14 октябрь 854 439 415 51,4 48,6
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - сыуаштар (96 %)[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарамалы йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 7 км

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡарамалы йылғаһы
  • Ерекле йылғаһы[6]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 7 Ноябрь урамы (рус. улица 7 Ноября)
  • Авдоким урамы (рус. улица Авдокима)
  • Андреев урамы (рус. улица Андреева)
  • В.Николаев урамы (рус. улица В.Николаева)
  • Карл Маркс урамы (рус. улица Карла Маркса)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Лермонтов урамы (рус. улица Лермонтова)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Мәктәп урамы рус. Школьная улица)[7]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Николаев Василий Васильевич (11 февраль 1939 йыл28 июнь 2007 йыл) — ғалим-инженер‑механик, сәнәғәт эшмәкәре. 1989—2002 йылдарҙа Ленин орденлы «Оренбургазпром» производство берекмәһененең начальнигы һәм генераль директоры. Сыуаш Республикаһының Милли фән һәм сәнғәт академияһының почётлы академигы (2001). Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), СССР‑ҙың почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989). Ике тапҡыр Сыуашстандың Дәүләт премияһы лауреаты (2001, 2006). Почёт ордены кавалеры (1996). Ауырғазы районының почётлы гражданы (2000).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]