Таштамаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Таштамаҡ
рус. Таштамак
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ауырғазы

Ауыл советы

Таштамаҡ

Координаталар

53°57′40″ с. ш. 55°44′47″ в. д.HGЯO

Халҡы

561[1] кеше (2010)

Милли состав

сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453495

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 205 843 001

Код ОКТМО

80 605 443 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Таштамаҡ (Рәсәй)
Таштамаҡ
Таштамаҡ
Таштамаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Таштамаҡ

Таштамаҡ (рус. Таштамаҡ) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 561 кеше[2]. Почта индексы — 453495, ОКАТО коды — 80205843001.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1795 йылда үткәрелгән 5-се ревизияла Таштамаҡ, икенсе атамаһы - Түбәнге Турһәғәҙе, ауылы теркәлмәй. 1811 йылда был ауылда яңы суҡындырылған 120 сыуаш асыҡланған. Тимәк, ауыл V һәм VI рәүиздәр араһында барлыҡҡа килә. 1870 йылда 49 йортта 200 кеше йәшәгән. XIX быуат башында 60 йортта 430 кеше иҫәпләнгән. Түрһәғәҙе йылғаһы буйында өс тирмән булған[3].

Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 2 һыу һәм ат тирмәне булған. 1906 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе, тирмән, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[4].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

716 кеше йәшәгән Таштамаҡ ауылының үҙәк усадьбаһы. Автомобиль бәйләнеше бар[5]. Бөгөн ауыл биләмәһендә «Таштамаҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы, крәҫтиән-фермер хужалығы, шәхси эшҡыуар Васильев В.Н., шәхси эшҡыуар Сидоров Г.М., шәхси эшҡыуар Сидоров И.Г., балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 829
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 769
1959 йыл 15 ғинуар 689
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 577
2002 йыл 9 октябрь 594
2010 йыл 14 октябрь 561 290 271 51,7 48,3
Милли состав

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, милләттең күпселеге - сыуаштар (92 %)[6].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түрһәгәҙе йылғаһы (Ауырғазы йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 41 км

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1 Май урамы (рус. улица 1 Мая)
  • 7 Ноябрь урамы (рус. улица 7 Ноября)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Карл Маркс урамы (рус. улица Карла Маркса)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
  • Фрунзе урамы (рус. улица Фрунзе)[7]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сидоров Георгий Маркелович (21 ғинуар 1961 йыл) — инженер, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы өсөн ҡалыплашмаған ҡорамалдарҙы ғилми иҫәпләү, проектлау, эшләү һәм монтажлау өлкәһендә ғалим һәм уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2004). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2015) һәм Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Изге Валентина хөрмәтенә төҙөлгән ғибәҙәтхана[8].

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Түрһәғәҙе йылғаһы
  • Бәхтиәр күле
  • Моҡан күле

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]