Эстәлеккә күсергә

Иҫке Ибрай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Иҫке Ибрай
Иҫке Ибрай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Ибрай

Координаталар

54°07′40″ с. ш. 56°02′40″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар, типтәрҙәр

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 810 009

ОКТМО коды

80 605 410 131

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Ибрай (Рәсәй)
Иҫке Ибрай
Иҫке Ибрай
Иҫке Ибрай (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Ибрай

Иҫке Ибрай (рус. Старое Ибраево) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 234 кеше[1]. Почта индексы — 453486, ОКАТО коды — 80205819002.

Ауылға 18 быуаттың 2‑се яртыһында Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шул уҡ даруғаның Ләкәнде ауылы типтәрҙәре Ибрай (тәүге төпләнеүсе Ибрай Теребаев исеменән) исеме менән нигеҙ һала. Шулай уҡ Оло Ибрай булараҡ теркәлгән. 1795 йылда 28 кеше иҫәпкә алынған, 1865 йылда 80 йортта — 607 кеше. Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, мәктәп, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йылдарҙан хәҙерге исемен йөрөтә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 234 110 124 47,0 53,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (45 %), типтәрҙәр (туған татар теле менән) (34 %)[3].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Өйәҙән йылғаһы (Өршәк йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы 14 август 1911 — 2 ноябрь 1991) — журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958)[5]. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).

  • 7 Ноябрь урамы (рус. улица 7 Ноября)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[6]
  • YouTube сайтында Видео дер. Старое Ибраево, Аургазинский район, Башкортостан
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Иҫке Ибрай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. Иҫке Ибрай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Госсправка сайтында урамдар исеме