Ибрай (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ибрай
Ибрай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Кәбәс

Координаталар

53°56′28″ с. ш. 56°00′31″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 819 002

ОКТМО коды

80 605 419 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ибрай (Рәсәй)
Ибрай
Ибрай
Ибрай (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ибрай

Ибрай (рус. Ибраево) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 36 кеше[1]. Почта индексы — 453486, ОКАТО коды — 80205819002.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 14 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Кәбәс): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 23 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибрай ауылы 1747 йылда, Меркет-Мең улусы башҡорттары менән ерҙе ҡуртымға алғанда барлыҡҡа килә. Мишәрҙәрҙең 2 ғаиләһе ошонда уҡ аҫаба башҡорттарҙан 1794 йылғы килешеү буйынса һатып алынған ерҙә йәшәгән. XIX быуат башында Ибрай ауылында Түбәнге Новгород губернаһынан хеҙмәтле татарҙар һанап кителгән. VIII ревизия буйынса мишәрҙәр барлығы 21 кеше, типтәрҙәр 40 ир-ат булған. 1859 йылда X ревизия халыҡтың артыуын асыҡлай: ике йортта мишәрҙе һәм 12 йортта 154 типтәрҙе теркәй. Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр[2]. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, мәктәп, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йылдарҙан хәҙерге исемен йөрөтә.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Ләкәнде ауылында тыуған үҙенең нигеҙ һалыусыһы Ибрай Теребаевтың (1719—1784) исемен йөрөтә.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1040
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 825
1959 йыл 15 ғинуар 560
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 328
2002 йыл 9 октябрь 283
2010 йыл 14 октябрь 36 19 17 52,8 47,2

1920 йылда 1040 кеше йәшәгән.

Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар (100 процент)[3].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • М.Ғафури урамы (рус. М.Гафури)[4]

Шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әнүәр Кәримов (1921-1961), хәрби осоусы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]