Абдрахман (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Абдрахман
Абдрахман
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Туҡай

Координаталар

54°14′28″ с. ш. 55°47′50″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 852 002

ОКТМО коды

80 605 452 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Абдрахман (Рәсәй)
Абдрахман
Абдрахман
Абдрахман (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Абдрахман

Абдрахман (рус. Абдрахманово) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. Туҡай ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 147 кеше[1]. Почта индексы — 453489, ОКАТО коды — 80205852002.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шул уҡ даруғаның Туҡай ауылы мишәрҙәре һәм типтәрҙәре Бәләкәй Туҡай исеме менән нигеҙ һала. 1795 йылдан алып билдәле (8 кеше йәшәгән). XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем Туҡай ауылы менән бергә иҫәпкә алына[2]. XIX быуаттың 2-се яртыһынан алып хәҙерге исемен йөрөтә. 1865 йылда 24 йортта 325 кеше йәшәгән. Халыҡ игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән. Мәсет эшләгән[3].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл статусын Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөү һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з һанлы Законына ярашлы алды, 1-се статья:

6. тораҡ тибын ауыл тип билдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә:

5) Ауырғазы районында:…

а) Туҡай ауыл Советында Абдрахман ауылы

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 187
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 308
1959 йыл 15 ғинуар 203
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 176
2002 йыл 9 октябрь 128
2010 йыл 14 октябрь 147 67 80 45,6 54,4
милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, күпселек милләттәр — татарҙар (60 %), башҡорттар (40 %).

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1850 йылда[4] Абдрахман ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостан Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 29 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Туҡай): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 53 км[5][6].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Абдрахман (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 53. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. Абдрахман (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 3 по Республике Башкортостан

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, стр.