Килдин Салауат Әмирхан улы
Килдин Салауат Әмирхан улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 июнь 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Мораҙым |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт хеҙмәткәре, генераль директор |
Эш урыны |
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы БСТ |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Килдин Салауат Әмирхан улы (16 июнь 1952 йыл) — дәүләт хеҙмәте ветераны. 1981 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Эштәр идаралығының яуаплы хеҙмәткәре; 1988 йылдан — Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радио тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитеты рәйесе һәм Башҡортостан телерадиокомпанияһының генераль директоры; 1997 йылдан хәҙерге Элемтә өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат Әмирхан улы Килдин 1952 йылдың 16 июнендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мораҙым ауылында тыуған. 1969 йылда Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатын,[1] Башҡорт дәүләт университетын (1975), Свердловск Юғары партия мәктәбен, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлай. 1975 йылдан Ауырғазы районы Ҡорманай урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1976 йылдан Өфө автотранспорт техникумының физика уҡытыусыһы, комсомол комитеты секретары. 1981 йылдан кадрҙар секторы инструкторы, ойоштороу-инструктор бүлеге начальнигы урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының мәҙәниәт, сәнғәт һәм матбуғат бүлеге мөдире. 1988 йылдан Башҡорт АССР-ының дәүләт телевидениеһы һәм радиоһы рәйесе, Башҡортостан ГТРК-һының генераль директоры, 1995 йылдан "Фирма «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары. 1997—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң элемтәне күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы начальнигы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994);
- Салауат Юлаев ордены (2007);
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (2002);
- Башҡортостан Республиканың Почёт грамотаһы (2002)
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Килдин С.Ә., Ярмуллин С.Ш.,Ғайсина Ф.Ф. «Башҡортостан — әүлиәләр иле». — Өфө: «Китап», 2012 й. — С. 334.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 16 июндә тыуғандар
- 1952 йылда тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ауырғазы районында тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр