Дәүләкән
Дәүләкән | |
Дәүләкән | |
Герб | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | XVIII быуат |
---|---|
Рәсми атамаһы | Дәүләкән |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][2] һәм Дәүләкән районы |
Административ-территориаль берәмек | Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][2] |
Халыҡ һаны | 23 499 кеше (1 ғинуар 2019) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 110 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00[d] |
Почта индексы | 453400–453409 |
Рәсми сайт | admdavlekan.ru |
Беренсе яҙма телгә алыу | XVIII быуат |
Урындағы телефон коды | 34768 |
![]() |
Дәүләкән — ҡала. Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөнән көньяҡ-көнбайышта, 96 км алыҫлыҡта, Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. Дәүләкән районының административ үҙәге. Транссебер магистраленең тимер юл станцияһы.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
ХХ быуат башында Дәүләкән ҡасабаһы һәм Этҡол ауылы, һуңыраҡ Дәүләкән ауылы ҡушылып барлыҡҡа килгән. Тағы ла һуңыраҡ ҡалаға И. С. Вязьмин хуторы һәм Яңы Көрмәнкәй ауылдары ҡушыла. 1928 йылда ҡала тибындағы ҡасаба, 1942 йылда ҡала статусы ала.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 21249 | 9741 | 11508 | 45,8 % | 54,2 % |
2002 йыл 9 октябрь | 23860 | 10925 | 12935 | 45,8 % | 54,2 % |
2010 йыл 14 октябрь | 24073 | 10949 | 13124 | 45,5 | 54,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Таңсулпан Бабичева, (15.05.1953), башҡорт театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981), Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) халыҡ артисы.
- Ғирфанов Рәсим Мәсәлим улы (14.12.1951), хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре. Генерал—майор. 2002—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе, 2010—2012 йылдарҙа Омск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Омск ҡалаһының вице-мэры. Почёт ордены кавалеры (2007).
- Жернаков Владимир Сергеевич (8.08.1944), ғалим-инженер-механик, 1993—2003 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының фән буйынса проректоры. Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (2018), техник фәндәр докторы (1992), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1992), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985)[3].
- Кирилов Василий Григорьевич (13.01.1949), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп эшмәкәре. 1991—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультеты деканы. Ветеринария фәндәре докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанан ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009)[4].
- Максимов Владимир Павлович (4.10.1934—12.11.1982), ғалим-тау инженеры‑геолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1964 йылдан — «Гидротюменьнефтегаз» ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтының бүлек начальнигы, 1969 йылдан — КПСС‑тың Төмән өлкә комитетында бүлек мөдире, 1974 йылдан — Бөтә Рәсәй нефть һәм газ ғилми‑тикшеренеү институты (Мәскәү) директорының фән буйынса урынбаҫары. Техник фәндәр доктор (1974), профессор (1980). Ленин премияһы (1970), И. М. Губкин исемендәге премия (1967) лауреаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971)[5].
- Рамаева Нина Пантелеевна (14.03.1929), хужалыҡ эшмәкәре, 1968—1986 йылдарҙа Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь Революцияһы һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.Ҡаланың һәм райондың почётлы гражданы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Жернаков Владимир Сергеевич 2019 йылдың 5 август көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 5 август 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Кирилов Василий Григорьевич 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 6 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Максимов Владимир Павлович 2019 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2019)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дәүләкән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 ғинуар 2019)
![]() |
Был Дәүләкән районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |