Березовка (Дәүләкән районы)
Ауыл | |
Березовка рус. Березовка | |
Березовка быуаһы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Иҫке Березовка, Ворошилово |
Халҡы | |
Милли состав |
урыҫтар — 53%, немцтар — 35% |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453410 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Березовка (рус. Березовка) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 145 кеше[2]. Почта индексы — 453410, ОКАТО коды — 80222804006.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 145 | 74 | 71 | 51,0 | 49,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 25 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Александровка): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 25 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге исеме — Иҫке Березовка, XXI быуат башында Ворошилово тип аталған. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 16 саҡрым алыҫлыҡта Кесе Өйҙөрәк йылғаһы буйында урынлашҡан. 1894—1923 йылдарҙа Ҡаҙанғол, 1923—1950 йылдарҙа Дәүләкән улусы, 1930 йылдан Дәүләкән районы составында. 1919—1925 һәм 1954—2008 йылдарҙа Березовка ауыл Советы үҙәге булып тора. 1925—1930 һәм 1954—2008 йылдарҙа Александровка ауыл Советы, 2008 йылдан Алға ауыл Советы биләмәһенә инә. 1960 йылдың 15 июлендә Дәүләкән район башҡарма комитеты тарафынан Иҫке Березовка менән Яңы Березовка берләштерелә. 1894 йылда немец крәҫтиәне Ф.А.Классен тол ҡатын А. И. Кизеветтерҙан 1122 дисәтинә ер һатып алып төпләнә. 1901 йылда земский башланғыс мәктәп асыла. 1914 йылда Березовка ауылы эргәһендә Ворошилов утары иҫәпкә алына. 1914 йылда быу менән йылтылған йорттар булған. Ауылда немецтар йәшәгән. 1920 йылда Березовка-меннонит ауыл хужалығы машиналары һәм ҡоралдары эшләү буйынса артель промыслаһы теркәлгән. 1922 йылда унда 22 кеше эшләгән. 1922 йылда «Маяҡ», «Работник» ауыл хужалығы товариществоһы ойошторола.
1958—1991 йылдарҙа ауыл халҡы «Россия» колхозында эшләй.
Халҡы: 1896 йылда — 20 кеше; 1921 йылда — 351 кеше; 1939 йылда — 183 кеше; 1959 йылда — 299 кеше; 1989 йылда— 92 кеше; 1999 йылда 146 кеше; 2002—129;2009 йылда — 130 кеше; 2010—145 кеше. Урыҫтар — 53 %, немецтар — 35 % йәшәй (2002).[3][4]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[5]
Ворошилов урамы (рус. Ворошилова (улица))
Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
Баҡса урамы (рус. Садовая (улица))
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рихтер Владимир Бернгардович (1 май 1965 йыл) — эшҡыуар, Алға ауыл Советы депутаты, «КФХ Рихтер В. Б.» хужалыҡ етәксеһе.
- Иксанова Эльвира Фәйзулла ҡыҙы (27 июнь 1968 йыл) — уҡытыусы, Башҡортостан Реcпубликаһының мәғариф отличнигы (2018).[6]
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео Березовка
- YouTube сайтында Видео КХХ «Рихтер» — Дәүләкән районындағы иң эре хужалыҡ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 26—28-се б.б..
- ↑ Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.476 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Березовка ауылы
- ↑ Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 127-се б..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Березовка (Дәүләкән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 март 2022)
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Березовка ауылы
- Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.476 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 26—28-се б.б..
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 127-се б..