Фәриҙун
Ауыл | |
Фариҙун рус. Фаридуновка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453405 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Фәриҙун (рус. Фаридуновка) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл.
2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 134 кеше[2].
Почта индексы — 453405, ОКАТО коды — 80222843006.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 134 | 72 | 62 | 53,7 | 46,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 4 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сергиополь): 15 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 4 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 4 саҡрым алыҫлыҡта Шонтаҡ күле (Дим йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.1922-1938 һәм 1941—1943 йылдарҙа Исмәғил ауыл Советы, 1938—1941 йылдарҙа Дәүләкән ҡасаба, 1943 йылдан Фәриҙун Сергиополь ауыл Советы биләмәһендә. Ауыл 1922 йылда Бәләбәй өйәҙе идараһы коллегияһы тарафынаан ҡасаба статусында нигеҙләнә. Дәүләкән кешеләре: Фәриҙуновтар, Ғирфановтар,Иҙрисовтар,Сәхәрйәровтар, Мөхәмәҙиевтар ҡурымтаға 450 дисәтинә ер алып төпләнә. Ауылдың исеме бер төпләнеүсе Фәриҙунов Ҡотлоәхмәттең фамилияһы менән йөрөтөлә. 1925 йылда 10 йорт иҫәпкә алынған. 1950-се йылдар башында хәҙерге статусын ала. Ауыл халҡы совет осоронда Каганович исемендәге, «Коммунар» колхозында эшләй. 1949—1980 йылдарҙа башланғыс мәктәп эшләй. 1972 йылда фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Халҡы: 1926 йылда — 54 кеше; 1932 йылда — 127 кеше; 1939 йылда — 127 кеше; 1959 йылда — 211 кеше; 1989 йылда — 131 кеше; 2002 йылда — 129 кеше; 2010 йылда — 134 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)[3][4].
Ауыл тарихы тураһында халыҡ ижады информанттары мәғлүмәте:
Фәриҙун ауылы ҡайҙан килеп сыҡҡан? Фәриҙун ауылы 1917 йылда барлыҡҡа килгән тигән ҡайһы бер мәғлүмәттәргә мин ҡырҡа ҡаршы. Был – кемдеңдер уйлап сығарыуы. 1910 йылдарҙа Столыпин закондары сыҡҡан. Ошо ваҡытта Фәриҙун ауылы 4-5 йорттан торған ауыл ине. Уға нигеҙ һалыусы Фәрит оҙон. Ауылға Оҙон Фәрит, һонтор Фәрит исемле (ҡушаматлы) кеше нигеҙ һалған. “Фәрит оҙон” – шул һүҙҙән “Фәриҙун” ялғанып эшләнгән. Быны башҡорт осондағы кешеләр белергә тейеш. Революциянан һуң, күсеп ултырған кешеләр иҫәбенә, ауыл ҙурайҙы, был 30-сы йылдар тирәһе булғандыр. Бында фермалар төҙөй башланылар, иген келәттәре, бер контор кеүек нимәне шул 22-се йылдар тирәһендә һалғандарҙыр инде. Шул Фәрит тигән кешеләр революцияға тиклем һәр ваҡыт балыҡсылыҡ менән шөғөлләнделәр, кис мурҙа, нәрәтә һалып, иртән Дәүләкәнгә илтеп һатырҙар ине. (Ғайсин Яхъя Ғайса улы, 1895 й., Ырымбур кадет корпусын тамамлаған)[5]. |
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[6]
Туғай урамы (рус. Луговая (улица))
Ҡояшлы урам (рус. Солнечная (улица))
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шонтаҡ күле
- Өйрәккүл
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 319-сы б..
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Фәриҙун
- ↑ А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 107-се б..
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Фәриҙун ауылы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәриҙун // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 319-сы б..
- А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 107-се б..
- Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр. 473 2022 йыл 11 апрель архивланған.
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Фәриҙун ауылы