Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙанғол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡаҙанғол
рус. Казангулово
Ҡаҙанғол ауылы. XX быуат башында
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Казангуловский

Координаталар

54°16′50″ с. ш. 55°13′05″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1744

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1744

Халҡы

441[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар — 94%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453421

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 822 001

ОКТМО коды

80 622 422 101

ГКГН номеры

0520220

Ҡаҙанғол (Рәсәй)
Ҡаҙанғол
Ҡаҙанғол
Ҡаҙанғол (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡаҙанғол

Ҡаҙанғол (рус. Казангулово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 441 кеше[2]. Почта индексы — 453421, ОКАТО коды — 80222822001.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 441 215 226 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 24 саҡрым алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. 1744 йылға тиклем Ҡазан губернаһы Өфө провинцияһы, 1781 йылдан Өфө наместнигы составында. 1796—1865 йылдарҙа Ырымбур, 1865 йылдан Өфө губернаһы, 1865 йылдан Бәләбәй өйәҙе Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы; 1865—1867 йылдарҙа — Дәүләкән улусы; 1867—1913 йылдарҙа Ҡаҙанғол улусы үҙәге, 1923 йылда Дәүләкән улусы, 1930 йылдан хәҙерге көнгә тиклем Дәүләкән районы составында. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1780 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1744 йылдан) алып билдәле. Тәүге тапҡыр Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһының 1744 йылғы картаһында күрһәтелгән (Ырымбур губернаһы 1744 йылдың 15 мартында барлыҡҡа килгән). 1826 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса бында мишәрҙәр килеп ултыра. 1795 йылда типтәрҙәр ҙә иҫәпкә алынған. Ауылдың исеме антропоним — Күҙемғол, Ҡаҙанғолдан алынған. Иҫке Яппар ауылы аҫаба башҡорто Күҙемғол Яппаров нигеҙ һала. 1805 йылғы картала ауыл Куҙанғол (Кузангулово) тип күрһәтелә. 1863 йылда Дәүләкән, Исмәғил, Ҡаҙанғол, Шәрип ауылдары составында Дәүләкән ауыл хужалығы йәмғиәте ойошторола. Аҫаба башҡорттар 5 966 дисәтинә ер, 471 дисәтинә урман менән файҙаланған. Ауылда мәсет, училище булған. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. 1929 йылда дөйөм ер майҙаны 2598 га тәшкил итә. 1930 йылдар башында «Ҡыҙыл Урал» колхозы ойошторола.
Халҡы: 1795 йылда — 214 кеше; 1859 йылдв — 562 кеше; 1870 йылда — 469 кеше; 1896 йылда — 464 кеше; 1906 йылда — 545 кеше; 1917 йылда — 747 кеше, 1920 йылда — 655 кеше; 1939 йылда — 464 кеше; 1959 йылда — 420 кеше; 1989 йылда — 396 кеше; 2002 йылда — 382 кеше; 2010—441 кеше. Башҡорттар — 94 % (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.[3][4]

Исемдәре:[5]

  • Көнсығыш урамы (рус. Восточная (улица))
  • Дим урамы (рус.  Дёмская (улица))
  • Механизаторҙар урамы (рус. Механизаторская (улица))
  • Шишмә урамы (рус. Родниковая (улица))
  • Көньяҡ урамы (рус.  Южная (улица))

Тирә-яҡ топонимдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре:[4]

  • Олокүл
  • Уҫайрыкүл
  • Йүкәлекүл
  • Яйпаҡ

Исемдәре:[4]

  • Сусҡаҡтау

Археологик ҡомартҡылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙанғол ауылынан көньяҡта, 160 м алыҫлыҡта, Ҡаҙанғол ҡәберлеге, 1 саҡрым көньяҡта I Бура мәҙәниәте торағы, II Бура һәм Ҡурмантау мәҙәниәте торағы (б.э.т. 16-15 б. Б.) урынлашҡан.[4]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]