Эстәлеккә күсергә

Муллағәлин Әҙһәм Хәбибулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Муллағәлин Әҙһәм Хәбибулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 24 август 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1] (103 йәш)
Тыуған урыны Ҡаҙанғол, Дәүләкән районы[1]
Һөнәр төрө элемтәсе
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Муллағәлин Әҙһәм Хәбибулла улы (24 август 1921 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы элемтәсеһе, гвардия ҡыҙылармеец. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945)[2].

Әҙһәм Хәбибулла улы Муллағәлин 1921 йылдың 24 авгусында Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы Ҡаҙанғол ауылында тыуған.
1941 йылдың 1 майында Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия полкында элемтәсе булып хеҙмәт итә[2].

Дивизияның штабы менән параллель рәүештә хәрәкәт итеүсе дошман автоколоннаһын оҫталыҡ менән үҙе артынан әүрәтә, фашистар көтөлмәгән һөжүмгә дусар була. Һөҙөмтәлә дошмандың 22 автомашинаһы юҡ ителә, 62 һалдат һәм офицеры үлтерелә, утыҙ бише әсир ителә. Муллағәлин Әҙһәм Хәбибулла улы үҙе дүрт автомашинаны яндыра, һигеҙ дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, бер офицерҙы ҡулға төшөрә. Бөтә пакеттарҙы һәм һуғыш мәғлүмәттәрен теләһә ниндәй һуғыш шарттарында ваҡытында еткерә. Әҙһәм Хәбибулла улы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары, сослоғо, ҡыйыулығы өсөн ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]