Килдейәров Миңлейәр Сәғәрйәр улы
Килдейәров Миңлейәр Сәғәрйәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 21 ғинуар 1911 (113 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡаҙанғол, Дәүләкән районы |
Һөнәр төрө | Ездовой |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | хәбәрһеҙ юғалған[d] |
Килдейәров Миңлейәр Сәғәрйәр улы (21 ғинуар 1911 йыл — 17 декабрь 1944 йыл хәбәрһеҙ юғалған) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101-се атлы-артиллерия дивизионы ездовойы."Хәрби хеҙмәттәре өсөн" миҙалы (1942) менән бүләкләнгән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңлейәр Сәғәрйәр улы Килдейәров 1911 йылдың 21 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе хәҙер Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Ҡаҙанғол ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем колхозда ат ҡараусыһы булып эшләгән,ғаиләһе, балалары булған.
- 1942 йылда Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының атлы-артиллерия дивизионында ездовой, разведка бүлеге батареяһы командиры булып хеҙмәт итә.
- 1944 йылдың 12 декабрендә хәбәрһеҙ юғала[1]
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йылдың 9 июлендә батарея дошманға өҙлөкһөҙ ут аса. Дошман ут пунктын (оп) һәм аттар урынлашҡан бүлекте утҡа тота башлай. Килдейәров яралана, шуға ҡарамаҫтан ул көслө ут аҫтында аттарҙы хәүефһеҙерәк урынға күсереп өлгөрә. Батарея командаһы уның аттары ярҙамында ут пунктын арттан килгән пехота алдынан ваҡытында үҙгәртеп тора. Дошман менән ошо алышта күрһәткән тәүәккәллеге, батырлығы өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1942)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Электронные ресурсы «Шаймуратовцы-воины 112-й кавалерийской дивизии» Личный состав. Кильдияров Минияр Сагарярович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Память Народа. Донесения о потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)