Иҫке Көрмәнкәй
Ауыл | |
Иҫке Көрмәнкәй башҡ. Старокурманкеево | |
Иҫке Көрмәнкәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар — 97% |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453402 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Иҫке Көрмәнкәй, Көрмәнкәй (рус. Старокурманкеево) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 315 кеше[2]. Почта индексы — 453402, ОКАТО коды — 80222828004.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда — 216 кеше; 1816 йылда — 294 кеше; 1834 йылда — 388 кеше; 1870 йылда — 581 кеше; 1906 йылда — 423 кеше иҫәпкә алынған.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 444 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 268 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 325 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 258 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 240 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 315 | 150 | 165 | 47,6 | 52,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Халыҡтың 97 процентын башҡорттар тәшкил итә (2002).
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 10 км
- Ауыл Советы үҙәге[3].
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 10 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 10 км алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. 1865 йылға тиклем Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы, 1865—1867 һәм 1923—1930 йылдарҙа Дәүләкән, 1867—1923 йылдарҙа Ҡаҙанғол улустарында, 1930 йылдан Дәүләкән районы составында. 2021 йылдың 12 июленән ауыл Советы үҙәге[3].
Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса шул уҡ даруғаның Бөрйән улусы башҡорттары Көрмәкәй (Көрмәнкәй) исеме менән нигеҙ һала, 1738 йылдан алып билдәле. Мең ырыуы еренә күсеп килеүгә һәм был урындарҙы биләүгә Өфө провинциаль концелярияһы һәм Башҡорттар эше комиссияһының 1738, 1755 һәм 1757 йылдарҙағы указы нигеҙ була. Һуңыраҡ шул уҡ шарттарҙа бында яһаҡлы татарҙар килеп урынлашҡан (килешеү ваҡыты тамамланғас, күсеп китәләр). 1795 перепись буйынса 216 башҡорт, 172 татар иҫәпкә ингән. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған, уның улы улус старшинаһы Аслай Көрмәкәев билдәле. Малсылыҡҡ, игенселек, умартасылыҡ, сабата үреү мәнән шөғөлләнгәндәр. XIX быуаттың 1‑се яртыһында Яңы Көрмәнкәй бүлендек ауылы (XX быуат 50‑се йылдарҙан алып Дәүләкән ҡалаһы эсендә) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала.
1858, 1896 (1916 йылда яна) йылдарҙа төҙөлгән Көрмәнкәй йәмиғ мәсете теркәлә. XIX быуат аҙағы XX баштарында ҡымыҙ әҙерләү һәм дауалау менән билдәле ауыл. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡымыҙ менән дауаланырға киләләр. 1929 йылда ер маҙаны 973 га тәшкил итә. 1929—2007 йылдарҙа Салауат исемендәге колхозда эшләйҙәр. 1967 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарына һәйкәл ҡуйыла.
Башланғыс мәктәп (Дәүләкән башҡорт гимназия‑интернаты № 3 филиалы), клуб бар.[4][5]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[6]
Археологик ҡомарҡылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың төньяҡ-көнбайышында Бура мәҙәниәтенә ҡараған боронғо кешеләрҙең торағы, 1 км көньяҡ-көнсығышта 0,2—0,55 м бейеклектә, 13-15 диаметрлы 3 ҡурған урынлашҡан.[5]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Итҡусты Әбделмәнов (1794—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Матбуғат биттәрендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Закон Республики Башкортостан от 1 июля 2021 года № 433-з «О переносе административного центра Курманкеевского сельсовета Давлекановского района Республики Башкортостан» 2021 йыл 9 июль архивланған.
- ↑ А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 468-се б. 2022 йыл 27 март архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 288—289 б.б..
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Иҫке Көрмәнкәй ауылы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Көрмәнкәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 март 2022)
- А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 468-се б. 2022 йыл 27 март архивланған.
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 288—289 б.б..
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Иҫке Көрмәнкәй ауылы
- Закон Республики Башкортостан от 1 июля 2021 года № 433-з «О переносе административного центра Курманкеевского сельсовета Давлекановского района Республики Башкортостан» 2021 йыл 9 июль архивланған.