Горчаки (Дәүләкән районы)
Ауыл | |
Горчаки (Гәршәк) рус. Горчаки | |
Берҡаҙан — тәбиғәт ҡомартҡыһы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453418 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Горчаки (рус. Горчаки) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 120 кеше[2]. Почта индексы — 453418, ОКАТО коды — 80222831003.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 120 | 56 | 64 | 46,7 | 53,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 25 км алыҫлыҡта Асылыкүл тәбиғи паркы территорияһында урынлашҡан. Ауылға 1890 йылда кенәз П. Д. Горчаков (1864—1906) Бәләбәй өйәҙенә ингән 1020 дисәтинә ер һатып алып нигеҙ һала. Кенәз Горчаков 1893 йылда ерен Е.Поршина һәм Р.Озеровҡа, ә улар немецтарға һата. 1896 йылда мәктәп асыла. Немецтар тарафынан имениеға уртаҡ исем «Горчаки» бирелеп, ул бер нисә утарға тарҡала. 1917 йылда Горчаковский утары булараҡ теркәлгән, 13 йортта 111 кеше (немецтар һәм украиндар) йәшәгән. 1930—1950 йылдарҙа 1-се Горчаки һәм 2-се Горчаки ауылдары иҫәпкә алынған. 50-се йылдар аҙағында улар ҡушылғандан һуң, хәҙерге исемен һәм статусын ала.Халыҡ телендә Гәршәк исеме менән йөрөтөлә[3]. XIX быуат аҙағынан — 1940 йылға тиклем халыҡтың күпселеген немецтар тәшкил итә. 1940—1960 йылдарҙа халыҡтың күпселе — урыҫтар, 1970 йылдан — башҡорттар. Ауыл халҡы совет осоронда «Колос» («Жданов») колхозында эшләй.
Халҡы: 1920 йылда— 206 кеше; 1939 йылда —267; 1959 йылда —153; 1989 йылда — 85; 2002 йылда —114; 2010 йылда —120 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мәкәш урта мәктәбе филиалы) ? йылда ябыла, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[4][5][6].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме[7]:
- Горчак (Гәршәк) урамы (рус. Горчаково (улица))
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халыҡ информаторҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Килен сәйе», «Килен ебе», «Һыу башлатыу», «Ҡыҙ оҙатыу» туй йолаларын Ғабрахманова Нурзизә Фәйзерахман ҡыҙынан (1906) Р.Солтангәрәева 1983 йылда яҙып алған. «Башҡорт халыҡ ижады. Йола фольклоры» 1-се томға № 128,№ 129, № 130,№ 131,№ 190 ингән[8].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 25 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мәкәш): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 25 км
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре[3]:
- Ахун быуаһы
- Берҡаҙан һаҙлығы
- Төйлән йылғаһы, Берҡаҙандан юл ала
- Ҡара ҡойо
- Асылыкүл
- Дөндөк быуаһы
- Айыу баҫыуы
- Үрнә буйы
Видеояҙмаларҙа тәбиғәт ҡомартҡылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 К.М.Хәмиҙуллина. «Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Мәкәш ауылының тарихы һәм тулы шәжәрәһе». — Өфө: «Мир печати», 2012 й. — С. 72.
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 55—57-се б.б..
- ↑ Башҡорт Википедияһы /Горчаки (Дәүләкән районы)
- ↑ Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.473 2022 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ «Налог Белешмәһе» статискаһында Горчак (Гәршәк) ауылы
- ↑ Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 416-417, 453-СӨ Б.Б..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Горчаки (Дәүләкән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.473 2022 йыл 11 апрель архивланған.
- А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 339—340-сы б.б..
- Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 416-417, 453-СӨ Б.Б..
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 55—57-се б.б..
- «Налог Белешмәһе» статискаһында Горчак (Гәршәк) ауылы
- К.М.Хәмиҙуллина. «Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Мәкәш ауылының тарихы һәм тулы шәжәрәһе». — Өфө: «Мир печати», 2012 й. — С. 72.