Эстәлеккә күсергә

Ҡупаяр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡупаяр
рус. Купоярово
Часовня (2016)
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Алға ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°18′31″ с. ш. 54°37′18″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1890

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1892

Элекке исеме

Капай Яр, Ново-Троицкое

Халҡы

15[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453417

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 804 002

ОКТМО коды

80 622 404 126

Ҡупаяр (Рәсәй)
Ҡупаяр
Ҡупаяр
Ҡупаяр (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡупаяр

Ҡупаяр (рус. Купоярово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 15 кеше[2]. Алға ауыл Cоветы (Дәүләкән районы) биләмәһенә инә. Почта индексы — 453417, ОКАТО коды — 80222804002.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 15 7 8 46,7 53,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ҡупаяр — икенсе исемдәре Ҡапай Яр,Ново-Троицк. Асылыкүл тәбиғәт паркы территорияһында урынлашҡан.1930 йылға тиклем Соҡаҙытамаҡ улусына, 1930 йылдан Дәүләкән районына инә. 1926—1930 йылдарҙа Буранғол ауыл Советына ингән. 1930—1954 йылдарҙа Ҡупаяр ауыл Советы үҙәге, 1954 йылдан Алға ауыл Советына инә. Ауылға 1889 йылдың апрель айында Бәләбәй өйәҙе Соҡаҙытамаҡ улусы Ҡаңны-Төркәй башҡорттары ҡурымтаға алған ерҙә нигеҙләй. Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Ҡаратаев улусы һәм Боғорослан өйәҙе Рождественский улусынан күсеп килеүсе мордвалалар һәм урыҫтар ауылда төпләнә. Улар 1100 дисәтинә ерҙе, йылына һәр дисәтинә өсөн 35 тин түләү килешеүе менән, 12 йылға ҡурымтаға ала. 1897 йылда 78 йорттоң 73 крәҫтиән, 5 мещан йорто була. 1889—1890 йылдарҙа 78 йорт,1891 йылда — 52 йорт. Ер бүленеше түбәндәгесә булған: 31 йорттоң 3 дисәтиәнәгә тиклем, 18 йорттоң — 5,22 дис., 15,1 дис. артығыраҡ. 6 йорт ерһеҙ, 3 йорт атһыҙ булған. 1892 йылда ауыл халҡының холера менән ауырыуы теркәлә.1896 йылда мәктәп була. 1913 йылда ҡупаярҙар (ҡапаярҙар) ҡурымтаға 476 дисәтинә ер ала. 1917 йылға тиклем ауыл халҡы игенселек, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. 1918 йылда ауылда аҡтар менән ҡыҙылдар араһында һуғыш була. 1929 йылда 1245,3 га ере була. 1931—2008 йылдарҙа ауыл кешеләре «Ленин», «Россия», «Дружба» колхозында эшләй. 1975 йылда башланғыс мәктәп ябыла. Йәшәгәндәр: Андрияновтар, Башлыковтар,Володиндар, Волочушкиндар, Добровтар, Резяповтар, Тузовтар, Чиндиндар, Фадеевтар, Зиминдар һ.б.[3][4]

Исеме:[5]

  • Ҡапай урамы (рус. Капая (улица))
  • Зимин Иван Дмитриевич (? 1947 йыл—? ? 2009 йыл) — 1986—2006 йылдарҙа Өфө финанс-иҡтисад техникумы (колледж) директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008), иҡтисад фәндәре кандидаты, Халыҡҡ-ара асыҡ мәғариф академияһы ағза-корреспонденты, «Директор — 2002 йыл» конкурсында «Директор—педагог—тәрбиәсе» номинацияһы лауреаты[6].
  • Передельский Василий Григорьевич (1914 йыл—24 февраль 1942 йыл) — гвардия ҡыҙылармеецы,112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында 148-се гвардия-миномёт полкында шофёр булып хеҙмәт иткән, хәбәрһеҙ юғалған[7].

Тәбиғәт ҡомратҡылары. Видеояҙмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]