Рассвет (Дәүләкән районы)
Ауыл | |
Рассвет рус. Рассветский | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
урыҫтар , башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453414 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Рассвет (рус. Рассвет) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районындағы ауыл, ошо исемдәге ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 390 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80222840001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 390 | 175 | 215 | 44,9 | 55,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рассвет ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 14 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. 1920 йылда ауыл ҡасаба булараҡ Луначарский исемендәге совзоз ерендә (элеке ер хужаһы кенәз М. С. Волконский) нигеҙләнә. 1926—1930 йылдарҙа Дәүләкән улусы, 1930 йылдан Дәүләкән районы составында. 1926—1930 йылдарҙа Поповск, 1930—1951 йылдарҙа Ҡаранбаш ауыл Советында. 1951 йылдың сентябрь айында Башҡорт АССР-ы Юғары Совет Президиумы ҡарары менән Ҡаранбаш Дәүләкән совхозының усадьбаһы булған Үҙәк (Центральная) ҡасабаһына күсерелә. 1952 йылдың ноябренән Дәүләкән совхозы усадьбаһы Үҙәк (Центральная) ҡасабаһы Поляковка ауыл Советына күсерелә. Башҡа документтар буйынса Рассвет һәм Дәүләкән совхозы усадьбаһы Үҙәк (Центральная) бер ҡасаба — Рассвет булып берләшә. 1965 йылдан Рассвет ауыл Советы ойошторола. 2005 йылдан ауыл статусы ала. 1925 йылда совхозда пионер ойошмаһы ойошторола. 1943 йылдың мартында район башҡарма комитеты тарафынан ауылда хәрби күнекмәләр үткәреү өсөн урын бүленә. 1967 йылдың ноябрендә ауылда «Павшим за Родину» яҙыу менән һәйкәл асыла. 1985 йылда тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса мәктәп музейы асыла.
Халҡы:1926 йылда — 86 кеше, 1939 йылда — 368 кеше; 1959 йылда — 462; 1989 йылда — 453 кеше; 1999 йылда — 419 кеше, 2002 йылда — 370 кеше; 2009 йылда — 380 кеше, 2010—390 кеше. Урыҫтар — 51 % , башҡорттар һ.б. халыҡтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3][4].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме:[5]
Ветерандар урамы (рус. Ветеранов (улица))
Гараж урамы (рус. Гаражная (улица))
Быуа аръяғы урамы (рус. Запрудная (улица))
Яңы урамы (рус. Новая (улица))
Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡурамшин Энс Мөбәрәк улы (5.02.1946), ғалим-физик‑химик. 1970 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Химия институты ғилми хеҙмәткәре, 1977 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1986), профессор (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996)[6].
- Киселёв Александр Иванович (7 апрель 1937 йыл ) — 1989—1997 йылдарҙа мәктәп директоры, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы министрлығы Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән[7].
- Бурунова Надежда Ивановна (2 август 1958 йыл) — уҡытыусы, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы министрлығы Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән[7].
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 272—273-сө б.б..
- ↑ Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.477 2020 йыл 3 март архивланған.
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Комсомол ауылы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ҡурамшин Энс Мөбәрәк улы (Тикшерелеү көнө: 2 март 2021)
- ↑ 7,0 7,1 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 122-123-сө.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рассвет (Дәүләкән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2021)
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Комсомол ауылы
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2021)
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 122—123-сө б.б..
- А.З.Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 477-се б 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |