Эстәлеккә күсергә

Иҫке Яппар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Иҫке Яппар
рус. Старояппарово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Ҡаҙанғол ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°19′04″ с. ш. 55°14′12″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Мөхәмәтғәлин Ильшат Ринат улы

Нигеҙләнгән

1827

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1865

Майҙаны

4 км²

Бейеклеге

11 м

Халҡы

236 человек (2010)

Тығыҙлығы

1,7 кеше/км²

Милли состав

башҡорттар — 100%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 +7

Почта индексы

453421

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 822 008

ОКТМО коды

80 622 422 116

ГКГН номеры

0519336

Иҫке Яппар (Рәсәй)
Иҫке Яппар
Иҫке Яппар
Иҫке Яппар (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Яппар

Иҫке Яппар (рус. Старояппарово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 242 кеше[1]. Почта индексы — 453421, ОКАТО коды — 80222822008.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 639
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 485
1959 йыл 15 ғинуар 387
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 271
2002 йыл 9 октябрь 260
2010 йыл 14 октябрь 242 119 123 49,2 50,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 26 км алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. 1865 йылға тиклем Ҡырҡ-Өйлө-Мең , 1865—1867 һәм 1923—1926 йылдарҙа Дәүләкән, 1867—1923 йылдарҙа Ҡаҙанғол, 1926—1930 йылдарҙа Өфө өйәҙе Абрай улустарында. 1930—1932 йылдарҙа Шишмә районы Иҫке Шишмә ауыл Советы, 1932 йылдан Дәүләкән районы составында 1919—1923 йылдарҙа Иҫке Яппар ауылы Советы үҙәге. 1932—1937 Исмәғил ауыл оветы, 1937 йылдан Ҡаҙанғол ауыл Советы биләмәһендә. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Ауыл 1865 йылдан Яппар исеме менән билдәле. Яппарҙың улдары Көҙәш Яппаров (1741—1818), Аҙыҡай (1748—1827) билдәле. 1770 һәм 1827 йылдарҙа керҙәшлек килешеүе буйынса бында керҙәш башҡорттар килеп ултырған. 1795 йылда 36 йортта 237 кеше йәшәгән, 1865 йылда 145 йортта — 724 кеше. 1896 йылда 6306 дисәтинә ер һәм 1442 дисәтинә урман менән файҙаланғандар. Малсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек, арба тәгәрмәстәре һәм туғындары яһау менәнн шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1819 йылда Яңы Яппар бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала. 1906 йылда мәсет теркәлгән. XIX—XX быуаттарҙа ерҙәрен урыҫтарға, украиндарға, немецтарға һатҡандар. Ҡымыҙ эшләү һәм ҡымыҙ менән дауалау менән шөғөлләнгәндәр. Йәйге осорҙа 15-ләп йорт ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн йәшәргә тапшырылған. 60-тан артыҡ ырыу тамғалары билдәле. 1919 йылда аҡтар һәм ҡыҙылдар менән көслө алыштар булған. 1930 йылда Салауат исемендәге колхоз ойошторола.
Халҡы:1795 йылда — 237 кеше; 1859 йылда — 739 кеше; 1870 йылда — 724 кеше; 1896 йылда — 204 кеше; 1906 йылда — 411 кеше; 1917 йылда — 665 кеше; 1920 йылда —639 кеше; 1939 йылда — 485 кеше; 1959 йылда —387 кеше; 1989 йылда —271 кеше; 2002 йылда —260 кеше; 2010 йылда —249 кеше. Башҡорттар — 100 % (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡаҙанғол урта мәктәбе филиалы) бар.[2][3]

Исемдәре:[4]

Йәшел урамы (рус. Зелёная (улица))

Төньяҡ урамы (рус. Северная (улица))

Суйынлы урамы (рус. Чугунная (улица))

  • Ыҙмалар (күл)
  • Сағыл (тау)

Археологик ҡомартҡылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл эргәһендә 4 ҡурған һәм Бура мәҙәниәте осорона ингән 14 ҡәберлек тикшерелгән (1979), (1980).[3]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ ижады информаторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Йософ вә Зөләйха» ҡиссаһының бер вариантын 1989 йылда Иҫке Яппар ауылы (Ябалаҡ нәҫе­ле) Ноғманова Ғәзизә Солтангәрәй ҡыҙынан П 928) Гөлнур Хөсәйе­нова яҙып алған.[5]