Эстәлеккә күсергә

Рәхимов Хәйбрахман (Хәбибрахман) Ғабдрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәхимов Хәйбрахман (Хәбибрахман) Ғабдрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Иҫке Яппар, Ҡаҙанғол ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы
Һөнәр төрө Ездовой
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы

Рәхимов Хәйбрахман (Хәбибрахман) Ғабдрахман улы (1904 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, ефрейтор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы ездовойы[1].

Хәйбрахман Ғабдрахман улы Рәхимов 1904 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе хәҙер Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылында тыуған.
1943 йылда Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се полктың 45-миллиметрлы пушка батареяһы ездовойы булып хеҙмәт итә[1]

1945 йылдың 15-18 февралендә Петуник ауылы өсөн барған һуғыштарҙа, дошмандың алты тапҡыр танк менән булған пехота атакаһын кире ҡаға, өҙлөкһөҙ ут аҫтында алғы һыҙыҡҡа снарядтар ташый, бының менән Петуник ауылының совет ғәскәрҙәре яғында ҡалыуына булышлыҡ итә. Был ҡаһарманлығы һәм ҡыйыулығы «Батырлыҡ өсөн» миҙал"ы менән баһалана[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]