Ҡаҙырғол
Ауыл | |
Ҡаҙырғол рус. Кадыргулово | |
Ҡаҙырғол мәсете (2019) | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар — 95% |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453424 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ҡаҙырғол (рус. Кадыргулово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 234 кеше[2]. Почта индексы — 453424, ОКАТО коды — 80222819001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 234 | 114 | 120 | 48,7 | 51,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тиимер юл станция8ынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 43 км алыҫлыҡта Өршәк йылғаһы буйында урынлашҡан. 1895 йылға тиклем Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк-Мең улусы, 1896 йылдан һуң Бәләбәй өйәҙе Ҡаҙанғол улусы составында. 1914—1923 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙе Имай-Ҡарамалы улусы, 1923—1930 йылдарҙа Стәлетамаҡ өйәҙе Өршәк-Мең, 1960—1932 йылдарҙа Ауырғазы районы Яңы Йәнбәк ауыл Советы, 1932 йылдан Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауыл Советы составында. 1919—1923 йылдарҙа һәм 1965 йылдан Ҡаҙырғол ауыл Советының административ үҙәге. 1932—1951 йылдарҙа Яңы Йәнбәк ауыл Советы, 1952—1965 йылдарҙа Филипповка ауыл Советы биләмәһендә. Тәүге тапҡыр 1795 йылдарҙа телгә алына, ләкин был ваҡытта тиклем 10 ихатала 55 кеше йәшәгәнлеге теркәлгән. Ауылға 18 быуаттың 2-се яртыһында Нуғай даруғаһының Өршәк‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡаҙырғол Бигешев исеме менән аталған. 1843 йылда 121 кешегә 24 бот ужым һәм 248 бот ярауай ашлыҡ сәселгән. 17 ихата-йортҡа 121 ат, 60 эре мөгөҙлө мал, 34 һарыҡ һәм 6 кәзә иҫәпкә алына. 1896 йылда ауыл халҡы 2332 дисәтинә ер һәм 22 дисәтинә урман менән файҙаланған. Малсылыҡҡ, игенселек, умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет барлығы теркәлгән. Совет осоронда «Ҡыҙыл Йондоҙ», III Интернационал исемендәге, «Өршәк», «Маяҡ» колхозында эшләйҙәр. 1966 йылда электр уты үткәрелә. 1975 йылда Билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәл асыла.1985 йылда ауылдан 2 саҡрым алыҫлыҡта «Өршәк» колхозы быуа төҙөй. 1992 йылда ветеринария бүлексәһе асыла, 2000 йылда КФХ «Ләйсән» ойошторола. 2019 йылдың август айында яңы мәсет асыу тантанаһы уҙа. Башланғыс мәктәп (Яңы Йәнбәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Халҡы: 1795 йылда — 55 кеше; 1834 йылда — 121 кеше; 1870 йылда — 179 кеше; 1906 йылда — 185 кеше; 1917 йылда — 289 кеше; 1920 йылда — 256 кеше; 1939
йылда — 313 кеше; 1959 йылда — 203 кеше; 1989 йылда —181 кеше4 1999 йылда — 267 кеше; 2002 йылда — 255 кеше; 2010 йылда — 234 кеше. Башҡорттар — 95 % (2002).[3][4]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме:[5]
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арыҫланов Риф Хәмит улы (14.06.1968), композитор, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының баш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013).
Халыҡ ижады информанттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәмитов Миңлегәрәй Искәндәр улынан (1909 йылғы) 1989 йылда Р.Солтангәрәева «Тереләрҙең әхирәткә күсеүсе менән хушлашыу» йолаһын яҙып алған.[6]
Видеояҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А.З.Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 470-се б 2022 йыл 28 март архивланған.
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 177—178 б.б..
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ҡаҙырғол ауылы
- ↑ Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 444-сө (№370В -368-се б.).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаҙырғол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 март 2022)
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ҡаҙырғол ауылы
- А.З.Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 470-се б 2022 йыл 28 март архивланған.
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 177—178 б.б..
- Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 444-сө (370В-368-се б..).