Арыҫланов Риф Хәмит улы
Арыҫланов Риф Хәмит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 июнь 1968 (56 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡаҙырғол, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | радиожурналист, мөхәррир, композитор |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Арыҫланов Риф Хәмит улы (14 июнь 1968 йыл) — журналист, радио-һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, композитор. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» мәғлүмәт-музыка каналының баш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риф Хәмит улы Арыҫланов (Риф Арыҫлан) 1968 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Ҡаҙырғол ауылында тыуған.
1983 йылда күрше Яңы Йәнбәк ауылындағы урта мәктәптең һигеҙ класын тамамлай һәм Дәүләкән музыка училищеһына «кларнет» һөнәре буйынса уҡырға инә.
1989 йылда Совет Армияһына саҡырыла. Хәрби хеҙмәттен 1991 йылғаса Төмән өлкәһенең Тобол ҡалаһында үтә. Был осорҙа журналистика менән мауыға, һалдат тормошон яҡтыртҡан хәбәрҙәре был төбәктә башҡорт һәм татар телдәрендә нәшер ителгән берҙән-бер баҫма — «Яңырыш»” исемле газетала донъя күрә.
Ҡораллы Көстәрҙән запасҡа ҡайтарылғас, 1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә.
2 курстан башлап Башҡортостан радиоһының йәштәр редакцияһында эшләп тә йөрөй, ә 1997 йылда юғары белемле журналист үҙенең һөнәре буйынса «Тамыр» телерадиостудияһына хеҙмәткәр итеп ҡабул ителә. Бында ул популяр милли эстрадаға арналған «Тамыр-плюс» һәм классик музыка тураһында һөйләгән «Менуэт» радио программаларының авторы һәм алып барыусыһы, бер үк ваҡытта балалар өсөн эфирға сыҡҡан телевизион тапшырыуҙарҙа һәм телефильмдарҙа алып барыусы һәм актёр була.
1998 йылда Риф Арыҫлан «Радио-2»-гә (хәҙер «Юлдаш» радиоһы) музыкаль мөхәррир итеп саҡырыла. Бөгөнгө көндә ул бында баш музыкаль етәксе һәм продюсер вазифаһында эшләй.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Композитор булараҡ, Риф Арыҫлан 800-ҙән артыҡ йыр авторы. Күп шағирҙарҙың һүҙҙәренә яҙылған был йырҙарҙы Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының билдәле сәхнә оҫталары бик яратып башҡара, уларҙы тамашасылар һәр саҡ йылы ҡабул итә. Мәҫәлән, уның «Ностальжи» тип исемләнгән музыкаль дискыһына ингән һәм башҡа күп кенә йырҙары киң билдәлелек яулаған.
«Косуля» кинофильмына яҙған музыкаһы өсөн ижадсы 2005 йылда илдәге иң юғары телевизион премия – «ТЭФИ»ға лайыҡ булды.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013)[1].
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (2018).
- Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почёт грамотаһы (2018).
- «ТЭФИ» телевизион премияһы (2005).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ГТРК «Башкортостан». Риф Арсланов удостоен звания «Заслуженный деятель искусств Республики Башкортостан». 25 декабря 2013 года 2021 йыл 13 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 октябрь 2018)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Юлдаш» радиоһы, рәсми сайт. Мәғлүмәт 2018 йыл 14 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 октябрь 2018)
- Риф Арслан | Официальная группа. Официальная группа композитора Рифа Арсланова. 2019 йыл 22 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 октябрь 2018)
- Башкирский государственный университет. Официальный сайт. Факультет башкирской филологии, востоковедения и журналистики. Наши выпускники. Арсланов Риф Хамитович 2020 йыл 2 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)
- 14 июндә тыуғандар
- 1968 йылда тыуғандар
- Дәүләкән районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса журналистар
- XX быуат журналистары
- XXI быуат журналистары
- Башҡортостан журналистары
- Шәхестәр:«Башҡортостан» ТРК
- Алфавит буйынса композиторҙар