Эстәлеккә күсергә

Сапай (Дәүләкән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сапай
рус. Чапаево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Сельсовет

Ҡыҙрас ауыл Cоветы

Координаталар

54°20′16″ с. ш. 54°29′39″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1740

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Халҡы

444[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453412

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 825 003

ОКТМО коды

80 622 425 111

ГКГН номеры

0520184

Сапай (Рәсәй)
Сапай
Сапай
Сапай (Дәүләкән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Сапай

Сапай (рус. Чапаево) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 444 кеше[2]. Почта индексы — 453412, ОКАТО коды — 80222825003.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 444 237 207 53,4 46,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 47 саҡрым алыҫлыҡта Сәрмәсән йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға 1740 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шул уҡ даруғаның Йәнәй улусы Үтәгән ауылы башҡорттары нигеҙ һала. 1795 йылда 20 йортта 85 кеше йәшәгән,1834 йылда 240 кеше, 1865 йылда 67 йортта — 498 кеше,1870 йылда 502 кеше,1913 йылда 668 кеше,1920 йылда 663 кеше, 1932 йылда 768 кеше, 1939 йылда 564 кеше, 1959 йылда 423 кеше, 1989 йылда 377 кеше, 1999 йылда 423 кеше,2002 йылда 426 кеше. Башҡорттар йәшәй. Ауыл халҡы малсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. 1906 йылда шулай уҡ һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.1919 йылдың 26 майында Чапаевтың 25-се дивизияһы 218-се полк тарафынан Сапай һәм Ҡыҙрас ауылдарын аҡтарҙан азат ителгән. Халҡы 1930—1950 йылдарҙа «Чапаев», 1950—2007 йылдарҙа «Асылыкүл» колхозында, колхоз бөткәс, «Төбәк-Агро» ЯСЙ‑нда эшләй. 1950-се йылдарҙа колхозда балыҡ үрсетеү буйынса айырым бригада булған. Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар[3][4].

Урам исемдәре[5]:

  • Еңеү урамы (рус. Победа (улица))
  • Тау аҫты урамы (рус. Подгорная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица))

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бәкеров Әхәт Барый улы (17.02.1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-табип-гематолог, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се (2008—2013) һәм 5-се (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), медицина фәндәре докторы (1996), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005).
  • Ҡотлозаман Ҡотлоҡәҙимов (1791—?), хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
  • Ҡотлоғәлләмов Ғарифулла Шәрифулла улы (5 октябрь 1965 йыл) — Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе, көньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры.
  • Ҡотлоғәлләмов Ришат Шәрифулла улы (21 март 1968 йыл) — отставкалағы полиция подполковнигы, Башҡоростан Республикаһы Арбитраж судының суд составы рәйесе, Башҡортостан Реcпубликаһының атҡаҙанған юрисы (2005),
  • Сәйетгәрәева Тәнзилә Хөсәйен ҡыҙы (26 март 1960 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (2014)[6].
  • Хәбибрахманов Шәмсулла Хәбибулла улы (1 февраль 1958 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1999), Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (2004),Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008),1993 йылдан М.Исҡужин исемендәге № 136 башҡорт лицей-мәктәбе директоры[6].

Халыҡ ижады информаторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Үлекүл» легендаһын 1964 йылда Сапай ауылы Солтан Ғабдрахмановтан (69 йәшлек) М. М.Сәғитов яҙып алған. "Башҡорт халыҡ ижад"ы 2-се том һәм Ә.Сөләймәновтың «Аҡмулланы биргән мең ҡәүеме» 1-се томға ингән[7].
  • «Хәтирәләр» (Ҡыҙрас Муллаҡаев), Ҡыҙрас ауылы тарихын Абдрахманов Солтан Абдрахман улынан (1891 йылғы) яҙып алынған. «Дәүләкән ынйылары» китабына ингән[8].

Матбуғат биттәрендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.472 2022 йыл 11 апрель архивланған.
  4. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 329—330 б.б..
  5. «Налог Белешмәһе системаһында» Сапай ауылы
  6. 6,0 6,1 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 106.
  7. Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 146—13-сө б..
  8. А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 86—87-се б.б..