Ҡотлоғәлләмов Ғарифулла Шәрифулла улы
Ҡотлоғәлләмов Ғарифулла Шәрифулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 октябрь 1965 (59 йәш) |
Тыуған урыны | Сапай, Ҡыҙрас ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Биләгән вазифаһы | директор[d] һәм рәйес[d] |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ҡотлоғәлләмов Ғарифулла Шәрифулла улы (5 октябрь 1965 йыл) — мәғариф, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2017 йылдан Көньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры. Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғарифулла Шәрифулла улы Ҡотлоғәлләмов 1965 йылдың 5 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Сапай ауылында күп балалы колхозсы ғаиләһендә тыуған. Дәүләкән районы Ҡыҙрас урта мәктәбен тамамлағас, 1981 — 1985 йылдарҙа Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрләштереү техникумында уҡый, техник-механик һөнәрен ала.
1985-1986 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1986—1994 йылдарҙа Дәүләкән районы Сапай ауылы клубы мөдире булып эшләй, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында ситтән тороп уҡый.
1996 йылдың авгусынан алып 1998 йылдың 1 сентябренә тиклем Сапай муниципиаль башланғыс мәктәбе директоры.
1998—1999 йылдарҙа Дәүләкән районы Ҡыҙрас урта мәктәбе директоры.
1994—2006 йылдарҙа Ҡыҙрас ауыл Советы хакимиәте башлығы.
2006—2007 йылдарҙа Өфө политехник техникумының Дәүләкән ҡалаһы филиалы директоры.
2007 йылдың апреленән алып 2014 йылдың июленә тиклем Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән муниципиаль районы администрацияһының мәғариф бүлеген етәкләй. 2014 йылда «Иң яҡшы муниципиаль хеҙмәткәр» конкурсы еңеүсеһе булып таныла[2].
2008 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.
2014—2016 йылдарҙа Дәүләкән районы хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары[1].
2017 йылдан Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалы көньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2008)
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2010)
- «Иң яҡшы муниципиаль хеҙмәткәр» (2014)
- «2014 йылғы XXII ҡышҡы Олимпиада уйындары һәм XI ҡышҡы Паралимпиада уйындары» иҫтәлекле миҙалы, Сочи ҡалаһы (2014)
- 3-сө класлы Баш муниципиаль кәңәшсе.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 16.
- ↑ Новости Уфы. Кутлугаллямов Гарифулла Шарифуллович
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Новости Уфы. Кутлугаллямов Гарифулла Шарифуллович
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 16.
- 5 октябрҙә тыуғандар
- 1965 йылда тыуғандар
- Дәүләкән районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаусылар
- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличниктары