Шестопаловка
Ауыл | |
Шестопаловка рус. Шестопаловка | |
Март айы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
урыҫтар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453417 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Шестопаловка (рус. Шестопаловка) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 67 кеше[2] Алға ауыл Советына инә. Почта индексы — 453417, ОКАТО коды — 80222804004.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 67 | 31 | 36 | 46,3 | 53,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлыҡта тора:[3]
- район үҙәге Дәүләкәндән: 31 км,
- ауыл биләмәһе Алға ауыл Cоветы (Дәүләкән районы) : 3 км,
- тимер юлынан (Дәүләкән): 31 км.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асылы Өйҙөрәк (Кесе Өйҙөрәк) йылғаһы буйында урынлашҡан, 31 саҡрым төньяҡ-көнбайышта район үҙәге һәм тимер юлынан, ауыл Советы үҙәге Алғанан 3 саҡрым алыҫлыҡта. Ауылға 1890 йылда Курск губернаһы Львов өйәҙе Ивницск улусы Машкина, Ивинца ауылынан күсеп килгән крәҫтиәндәр нигеҙ һалған. Төпләнеүселәр араһында Харитон Петрович Шестопалов улы Антон менән һәм тағы 6 ғаилә була. Ауылдың исеме Шестопалов фамилияһы менән атала. 1891 йылда Шестопаловка ауылы һәм Асеев утарында йәшәүсе крәҫтиәндәр ер һатып алыу өсөн Яңы Покровка ауылы йәмғиәте ойошторалар. 1913 йылда ауылда земский башланғыс училищеһы асыла. 1918 йылда земский мәктәп уҡытыусыһы Д.Щукин булған.
1929 йылда ер майҙаны — 766,2 га. Ауыл халҡы 1930—1937 йылдарҙа «Ленин», 1937—1960 «1-се Май», 1960—1985 йылдарҙа «Россия», 1985—2008 йылдаҙа «Дружба» колхозында эшләй. 1930—1987 йылдарҙа башланғыс мәктәп (Александровка урта мәктәбе филиалы) була. Йәшәгәндәр: Асеевтар,Агаповтар, Аушевтар, Волобуевттар, Вороналар, Стояновтар, Машкиндар, Усовтар, Шестопаловтар.
Халҡы: 1913 йылда — 219 кеше, 1917 йылда — 228 кеше, 1920 йылда — 242 йылда, 1926 йылда — 248 кеше, 1939 йылда — 320 кеше, 1959 йылда — 250 кеше. 1989 йылда — 90 кеше, 1999 йылда — 82 кеше, 2002 йылда — 77 кеше, 2009 йылда — 83 кеше, 2010 йылда — 67 кеше, урыҫтар 70 %.[4][5]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме:[6]
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Машкин Фёдор Иванович (19.02.1930—6.03.2002), СССР-ҙың партия эшмәкәре. 1965—1991 йылдарҙа КПCC-тың Cтәрлетамаҡ район комитетының 1-се секретары. Башҡорт АССР-ының алтынсы-ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXV, XXVI, XXVII съездары делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981)
- Стоянов Александр Васильевич (30 август 1918 йыл — 19 июнь 1971 йыл) — тракторсы, Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы «Беренсе Май» колхозының ялан блригадаһы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы
- Яковлев Дмитрий Иванович (? 1916 йыл — 1 ғинуар менән 24 февраль арауығы 1943 йыл хәбәрһеҙ юғалған) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының артиллерия-миномёт шофёры.
- Паречная Нина Семёновна (14 сентябрь 1926 йыл—?) — уҡытыусы, 1952—1983 йылдарҙа Шесопаловка башланғыс мәктәп директоры, Почёт Билдәһе ордены кавалеры[7].
- Аушев Александр Павлович (28 май 1963 йыл) — Александровка ауыл Советы хәкимиәте Башлығы (1996—1998), Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән[7].
Иген баҫыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 339—340-сы б.б..
- ↑ «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.476 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Шестопаловка ауылы
- ↑ 7,0 7,1 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 339—340-сы б.б..
Яңы Тормош (Дәүләкән районы)
- «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.476 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Шестопаловка ауылы
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.