Стоянов Александр Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Стоянов Александр Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 30 сентябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Совет Рәсәйе, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Q43425742?, Шестопаловка
Вафат булған көнө 19 июнь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (52 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Дәүләкән районы, Шестопаловка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Александр Васильевич Стоянов (30 август 1918 йыл — 19 июнь 1971 йыл) — тракторсы, Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы «Беренсе Май» колхозының ялан блригадаһы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Васильевич Стоянов 1918 йылдың 30 авгусында БАССР-ҙың Дәүләкән районы Шестопаловка ауылында тыуа.

Белеме — башланғыс. 1934 йылда Асылыкүл МТС-ының механизаторҙар мәктәбен тамамлағандан һуң «Беренсе Май» колхозында тракторсы булып эшләй. 1938 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1946 йылда демобилизацияланғандан һуң тракторсы булып эшләй, «Беренсе Май» колхозында ялан бригадаһы бригадиры була.

Бригада 1947 йылда иң юғары уңышҡа өлгәшә — 360 гектарҙа гектарынан 16 һәм унан күберәк центнер уңыш алына, айырым майҙандарҙа уңыш гектарынан 30 центнерға етә. Юғары уңыш колхозға иген тапшырыу планын үтәү мөмкинлеге бирә. Юғары уңыш арҡаһында һәр колхозсы һәр эш көнөнә берәр килограмм арыш, 4,5 килограмм бойҙай, 300 грамм тары һәм 200 грамм көнбағыш ала. Барлығы бригада ағзалары эш көнө өсөн 6 килограмм иген, өҫтәмә түләү ала.

Ауыл хужалығы тармағында юғары производство күрһәткестәре, 28,1 гектарҙа һәр гектарҙан 31,86 центнер бойҙай уңышы алған өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 2 апрелендәге указы менән А. В. Стояновҡа Социалистик Хеҙмәт геройы исеме бирелә.

1970 йылда тиклем пенсияға сыҡҡанға тиклем Дәүләкән районының Купояр ауыл советы рәйесе, «Россия» колхозының ат ҡараусыһы булып эшләй.

Стоянов Александр Васильевич 1971 йылдың 19 июнендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://www.travellers.ru/city-davlekanovo-5