Соҡаҙытамаҡ
Ауыл | |
Чукадытамак башҡ. Соҡаҙытамаҡ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452786 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Соҡаҙытамаҡ (рус. Чукадытамак) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 387 кеше[2]. Почта индексы — 452786, ОКАТО коды — 80251830006.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 41 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡарамалы-Ғөбәй): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 35 км
Соҡаҙытамаҡ ауылы Өҫән йылғаһы ҡушылдығы Соҡаҙы йылғаһы буйында, район үҙәге Туймазы ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 41 километрҙа һәм Ҡандра тимер юл станцияһынан көньяҡҡа табан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуаттың 1-се яртыһында, Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары ерҙәренә Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары менән керҙәшлек килешеүенә ярашлы, Соҡаҙытамаҡ ауылына нигеҙ һалынған. Атамаһы гидронимдан — ауыл урынлашҡан урын һүҙмә-һүҙ «Соҡаҙы йылғаһы тамағы» тигән ерҙе аңлата.
Соҡаҙытамаҡ йылғаһы тамағындағы ауыл Ҡаңлы улусының Үрмәкәй түбәһенә ҡараған. Был — Троицк өйәҙе Әйле улусынан сыҡҡан, типтәр ҡатламына күсмәйенсә, үҙлеген һаҡлап ҡалған ерһеҙ керҙәш башҡорттар торамаһы. Әммә уларҙың ҡаңлылар менән керҙәшлек килешеүе төҙөгән һәм йәшәй башлаған датаһы билдәле түгел. Яҡынса XVIII быуаттың 30-сы йылдарын күрһәтергә мөмкин.
Бөтә ревизиялар һәм халыҡ иҫәбен алыуҙар уларҙың этник сығышын башҡорт тип күрһәтә.
1795 йылда Соҡаҙытамаҡ ауылындағы 15 йортта 111 кеше йәшәгән[3].
Соҡаҙытамаҡ — ошо уҡ исемдәге улус үҙәге, ауылда идара, мәсет, 3 тирмән булған. VIII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, 36 йортта 7 ғаилә башлығы күп ҡатынлы булған. 319 кешенең һәр береһенә иген сәсеү ни бары бер бот икмәккә тиң булған (1843 г.). Соҡаҙытамаҡ халҡы йәмғиәтенә саҡ-саҡ картуф үтеп ингән: ул саҡта 12 бот ултыртылған.
1843 йылда иген сәсеү 319 кешенең һәр береһенә бер ботҡа тиң булған. Соҡаҙытамаҡ халҡы картуф сәсеүҙе саҡ үҙләштерә башлаған: ул саҡта 12 бот картуф ултыртылған.
Соҡаҙытамаҡта йәшәгән поход старшинаһы Тажетдин Ҡолошовтың 1783 йылғы формуляр исемлеге башҡорт казактары хеҙмәтенең төрҙәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә: 1806—1812 йылдарҙа Яйыҡ йылғаһы буйындағы йәйге сик хеҙмәтен үтәгән ваҡытта башҡорттар отряды менән ҡаҙаҡ ханы Ширғәзе ставкаһында, һуңынан Илек Һаҡлауы (Илецкая Защита) тирәһендә Яйыҡ ҡалаһына (Уральск) аҙыҡ-түлек тейәлгән ҡаҙна транспортын оҙатып барған[4][5].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1784 | Ҡаңлы улусы | Бәләбәй өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | Ҡаңлы улусы, 18-се йорт | 12-се Башҡорт кантоны, Үрмәкәй түбәһе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | Ҡаңлы улусы, 18-се йорт | 12-се Башҡорт кантоны | Бәләбәй өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | Ҡаңлы улусы, 18-се йорт | 12-се Башҡорт кантоны | Бәләбәй өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | Ҡаңлы улусы, 18-се йорт | 12-се Башҡорт кантоны | Бәләбәй өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Ҡаңлы улусы | Бәләбәй өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Соҡаҙытамаҡ улусы[6] | Бәләбәй кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Ҡаңлы улусы | Бәләбәй кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы | Туймазы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы | Туймазы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы | Туймазы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
2008 | Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы | Туймазы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1865 йылда 121 йортта — 680 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, балта эштәре менән шөғөлләнгәндәр.
Соҡаҙытамаҡ ауылында Ҡаңлы улусы идаралығы урынлашҡан була. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған[7].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй булған. Ҡаңлы улусы идаралығы булған[8].
Әлеге ваҡытта Соҡаҙытамаҡ ауылында балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар[9].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Соҡаҙытамаҡ ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1285 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1146 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 739 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 376 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 351 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 398 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәһүҙин Ғимат Йыһангир улы (1898, Бәләбәй районы, Туҙлыҡыуыш ауылы — 10.07.1938) — дәүләт эшмәкәре, 1920 йылдың мартында Соҡаҙытамаҡ ауылының улус башҡарма комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә. Ишембай нефтен үҙләштереүҙе башлаусы, БАССР-ҙың игенселек халыҡ комиссары (1937), сәйәси золом ҡорбаны[10][11]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
- Өҫән, Соҡаҙы
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡы:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана (справочник). Уфа: Китап, 2001, книга 9, 64—65 с.
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Соҡаҙытамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Память. Туймазинский район. Региональный общественный Фонд поисковых отрядов РБ
- Электронный Музей Памяти Туймазинского района
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Соҡаҙытамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 430. Л. 26. МИБ. Т. 3. С. 63. Малоизученные источники по истории Башкирии. С. 110, 115. ЦГИА РБ. Ф. 10. Оп. 1. Д. 1257. Л. 18. ОИБ. Т. 1.4. 1. С. 177. ЦГИА РБ. Ф. 10. Оп. 1. Д. 1257. Л. 18.
- ↑ https://vk.com/wall-187020456_644
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Соҡаҙытамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ [Курганов Денис, Федин П. А. Возвращение расстрелянного наркома, 2007. isbn: 5-88719-074-4]
- ↑ Ягудин Гимад Зиянгирович
- ↑ Карта д. Чукадытамак. Улицы