Эстәлеккә күсергә

Бәйрәкәтүбә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бәйрәкәтүбә
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

55° с. ш. 54° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 820 002

ОКТМО коды

80 651 420 111

Бәйрәкәтүбә (Рәсәй)
Бәйрәкәтүбә
Бәйрәкәтүбә
Бәйрәкәтүбә (Башҡортостан Республикаһы)
Бәйрәкәтүбә

Бәйрәкәтүбә (рус. Байракатуба) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 101 кеше[1]. Илсембәт ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452776, ОКАТО коды — 80251820002.

Ауыл исеме Бәйрәкәтүбә тигән урын атамаһынан алынған[2].

Бәйрәкәтүбә ауылы 1739 йылға тиклем, уның башҡорттары Кәкребаш ауылында керҙәшлек буйынса йәшәгән, әммә тәүге төпләнеүселәр тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған Тамъян улусы башҡорттарын ҡабул иткәнгә тиклем үк, билдәле була. Керҙәшлек килешеүе яҙмаһына иғтибар итәйек: «1739 йылдың 20 мартында Ҡаҙан юлы Өфө өйәҙенең Ҡыр-Йылан улусы Бәйрәкәтүбә ауылы башҡорттары Зәү Байҙашев, Ипаҡ Мәҡсүтов, Бурҙа Дәүләтбаев, Ҡараша Азаматов, Нуғай юлы Өфө өйәҙенең Тамъян улусы Бурһыҡ ауылында, Сөн йылғаһы буйлап Ҡазан юлында йәшәгән башҡорттарға, атап әйткәндә: Әсән һәм Яҡуп Досаевтарға, Аверакай (?) Усяковҡа, Мәҡсүт Сапаровҡа, Ишкенә Батыровҡа, Лапай Иманғоловҡа, Әмлекәй Алекеевҡа, Тоҡамбәт Ураҙмәтовҡа, Рәзәп Мрясовҡа, беҙ уларҙы Ыҡ, Өҫән, Сөн йылғалары буйлап Көсөк һәм Алпай ауылдарына тиклем сиктәрҙә булған аҫаба ерҙәребеҙҙә ихаталар булып урынлашыу өсөн индереүебеҙ тураһында ошо керҙәшлек яҙмаһын бирҙек». Индергән өсөн улар аҫабаларға 31 баш ир-атҡа йылына бөтәһе 2 һыуһар түләнеләр.

Артабан был яҙма Башҡорт эштәре буйынса комиссияның 1740 йылдың 8 февралендәге указы менән раҫлана.

Бәйрәкәтүбә ауылын шулай уҡ Дәүләтбай тип атағандар. Был ауылға башҡорт-тамъяндарға инергә рөхсәт биреүселәр араһында беренсе күскенсе Бурза Дәүләтбаевтың улы ла була. Тамъяндар үҙҙәре тураһында Тамьян улусында аҫаба ерҙәре булыуы тураһында яҙалар, әммә уларҙың «милек хоҡуғы тураһында дәлилдәре юҡ һәм унда күсенергә теләмәйҙәр».

Ауылдың өсөнсө исеме — Яңы Кәкребаш. Тимәк, уға төп ауылдан сыҡҡан кешеләр нигеҙ һалған.

VII ревизия буйынса 32 ир-ат керҙәш-башҡорт иҫәпләнә, VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса — 43, X буйынса — 53 йән ир-ат.

1870 йылда 74 ир-ат, 1905 йылда - 92, 1920 йылда - 106. Бөтәһе лә — башҡорттар.

1834 йылда ауылда мәсет була. 50 бал ҡорто умартаһы булған. Шул осорҙа бөтә 90 башҡортҡа 8 бот ужым һәм 176 бот ярауай иген сәселә. Картуфты 8 бот ултырталар[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 82
2010 йыл 14 октябрь 101 49 52 48,5 51,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (85 %)[4].

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 15 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Илсембәт): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 15 км.

Урам исеме[6]:

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 266. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 248. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Бәйрәкәтүбә ауылы