Иҫке Туймазы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Иҫке Туймазы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°32′45″ с. ш. 53°37′10″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 855 001

ОКТМО коды

80 651 455 101

ГКГН номеры

0522576

Иҫке Туймазы (Рәсәй)
Иҫке Туймазы
Иҫке Туймазы
Иҫке Туймазы (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Туймазы

Иҫке Туймазы (рус. Старые Туймазы) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1247 кеше[1]. Иҫке Туймазы ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 452750, ОКАТО коды — 80450000000.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шул исемдәге йылға буйында Туймазы ауылы барлыҡҡа килә, ул аҫабалар торағынан башҡорт һәм типтәр керҙәштәр ауылына әйләнә. Ауылға ҡыр-йыландарҙың аҫабалары нигеҙ һала.

Тәүге тапҡыр 1736 йылда, ҡыр-йыландар был ауылға ике башҡорт ғаиләһен индерергә рөхсәт иткәндә телгә алына. 1738 йылда шул уҡ аҫабаларҙың керҙәшлек килешеүе буйынса, "срогы күрһәтелмәйенсә" йылына 5-әр һыуһар түләү шарты менән 7 ихата башҡорттар һәм типтәрҙәр ҡабул ителә. 1745 йылдың 9 сентябрендә Йосоп Аҙнағолов етәкселегендә ҡыр-йыландар йылына 10 һыуһар күләмендә башҡорт яһағының бер өлөшөн түләү шарты менән мариҙарҙы ҡабул итәләр. Өфө провинциаль канцелярияның 1756 йылдың 23 мартындағы указына ярашлы, Наратасты ауылынан (хәҙерге Шаран районы) килгән 24 ихата иҫәбендәге яһаҡлы татарҙар Абдулла Яуитдинов һәм Шамил Баганов Туймазы һәм Төркмән ауылдарында төпләнеү мөмкинлеге алғандар.

Туймазының керҙәш халҡының формалашыуы артабан да дауам итә. Ҡыр-йыландар Һөйөндөк Һағындыков, Өмөтбай Куғашев, Мәүлет Дөмәев 1775 йылдың 1 июлендәге керҙәшлек килешеүенә ярашлы был ауылға Тырбый ауылынан (хәҙерге Шаран районы) сыҡҡан типтәрҙәр Яхья Мрясовҡа ихатанан бер юлы 10-ар һум аҡса алып «иптәштәре менән» инергә рөхсәт итәләр. 1791 йылдың 5 октябрендәге керҙәшлек яҙмаһына ярашлы ҡыр-йыландар, бер тапҡыр һәр ихатанан 5-әр һум аҡса алып, Себер юлы Троицк өйәҙе Солтанғол ауылы башҡорттары Зөбәйер, Ғәбиҙулла һәм Абдулла Солтанғоловтарҙы «иптәштәре менән» «мәңгегә һәм нәҫелдәренә» инергә рөхсәт итәләр. 1795 йылдың 12 июнендәге керҙәшлек яҙмаһы нигеҙендә ҡыр-йыландар Шахово ауылынан (хәҙер Йәрмәкәй районы) Ишмәмет Ишкининға һәм Репей Мортазинға Туймазы ауылына керергә рөхсәт бирәләр. Һәм, ниһайәт, Ырымбур губернаһы хәрби губернаторының 1800 йылдың 11 сентябрендәге бойороғона ярашлы, шул уҡ телгә алынған Троицк өйәҙе Солтанғол ҡасабаһынан башҡорт-әйлеләр Ғөбәйҙулла Собханкулов, уның туғаны Бикмөхәмәт Солтанморатов «иптәштәре менән» «туғандары менән бергә булыу өсөн Туймазы ауылына керетелгәндәр», унда уларҙы «яҡындары, шулай уҡ башҡа башҡорттар ҙа йәшәргә» ҡабул иткәндәр.

Туймазы ауылының күп милләтле керҙәш халҡы шулай барлыҡҡа килә. Башҡорт-керҙәштәрҙең төп өлөшөн типтәрҙәр ҡатламы тәшкил иткән.

1870 йылда ауылда мәсет (XX быуат башынан — 2), 5-6 һыу тирмәне булған. 70 йорт хужаһының бал ҡорттары умарталары булған.

1843 йылда 26 башҡорт аҫабаға 16 бот ужым һәм 176 бот ярауай иген сәселә[2].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1247 596 651 47,8 52,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләттәр башҡорттар 52 %), татарҙар (44 %)[3].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алыҫлығы:[4]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 9 км.

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[5]:

  • Көнсығыш урамы (рус. улица Восточная)
  • Ҡайынлы урамы (рус. улица Березовая)
  • Гараж урамы (рус. улица Гаражная)
  • Ғарифуллин урамы (рус. улица Гарифуллина)
  • Йәшел урам (рус. улица Зеленая)
  • Дуҫлыҡ урам (рус. улица Дружбы)
  • Колхоз урамы (рус. улица Колхозная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Яңы урамы (рус. улица Новая)
  • Күл урамы (рус. улица Озерная)
  • 6-cы (Октябрьский-Туймазы автомобиль юлы биләмәһе) километр (рус. 6-й (автодорога Октябрьский-Туймазы территория) километр)
  • Шишмә урамы (рус. улица Родниковая)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • 1-се Май урам (рус. улица Первомайская)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • 1-се Мәктәп тыҡрығы (рус. переулок Школьный 1-ый)
  • Гараж ҡулланыусылар кооперативы биҫтәһе (рус. микрорайон гаражный потребительский кооператив)
  • Эшселәр урамы (рус. улица Рабочая)
  • Таң урамы (рус. улица Рассветная)
  • Миләшле урамы (рус. улица Рябиновая)
  • Ҡарағайлы урамы (рус. улица Сосновая)
  • Студенттар урамы (рус. улица Студенческая)
  • Теплица биҫтәһе (рус. микрорайон Тепличный )
  • Шоссе урам (рус. улица Шоссейная)
  • Октябрь урамы (рус. улица Октябрьская)
  • Первомайский тыҡрығы (рус. переулок Первомайский)
  • Октябрьский-Туймазы автомобиль юлы биләмәһе (рус. территория автодорога Октябрьский-Туймазы)

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аслаев Нуриман Сәйетгәрәй улы (1939 т.) — нефтсе. СССР дәүләт премияһы лауреаты (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994), СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1986).
  • Ғәбдрәхимов Мәүлитйән Сәғитйән улы (1941 т.) — инженер-механик. Техник фәндәре докторы (1992), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976), РФ‑тың почётлы юғары һәм профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).
  • Хафизов Фәйез Зәки улы (1938 т.) — инженер-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы (1987), профессор (1994), Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы (1993), Халыҡ-ара информатизация академияһы (1994), Халыҡ-ара көнсығыш нефть академияһы (1993), Халыҡ-ара минераль ресурстар академияһы (1995) академигы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 251. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. «Налог Белешмәһе» системаһында Илсембәт ауылы