Ҡандра

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡандра
Ҡандры
Нигеҙләү датаһы 1773
Рәсми атамаһы Ҡандры
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Административ үҙәге Ҡандра ауыл советы[2]
Административ-территориаль берәмек Ҡандра ауыл советы[2]
Халыҡ һаны 10 885 кеше (2010)[3]
Почта индексы 452765

Ҡандра (рус. Кандры) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны кеше[4]. Почта индексы — 452793, ОКАТО коды — 80 251 827 001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға 1906 һәм 1910 йылдар араһында, Бәләбәй өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙерге Куйбышев) тимер юлы төҙөлгәндән һуң, Ҡандра станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1937—1956 йылдарҙа Ҡандра районының административ үҙәге булып иҫәпләнә.Ауыл Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштереү барышында үҫеш ала. 50‑се йылдарҙа Ҡандра 18 быуаттың 1‑се яртыһында нигеҙләнгән Ҡандра-Әмин ауылы менән берләшә.
1955 йылдан алып Ҡандра исемен йөрөткән ҡала тибындағы ҡасаба булып иҫәпләнә. 1962—2002 йылдарҙа Туймазы ҡалаһы составында, 2005 йылда хәҙерге статусын ала. Халҡы: 1920 й. — 170 кеше; 1939 — 3065; 1959 — 8362; 1989 — 10785; 2002 — 12077; 2010 — 10885 кеше. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002).
Ҡандрала икмәк комбинаты урынлашҡан. 2 урта, 1 төп (2‑се урта мәктәп филиалы) мәктәп, муз. мәктәбе, уҡыусылар йорто, 3 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Рябинушка” урыҫ халыҡ фольклор ансамбле, “Дуҫтар” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), 2 китапхана бар.[5].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]