Ситдиҡов Баян Ғариф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ситдиҡов Баян Ғариф улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1925).svg Совет Рәсәйе
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 27 ғинуар 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ҡандры, Туймазы районы
Вафат булған көнө 11 сентябрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (63 йәш)
Вафат булған урыны Силәбе ҡалаһы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө ғалим

Ситдиҡов Баян Ғариф улы (рус. Ситдиков Баян Гарифович; 14 ғинуар (27 ғинуар) 1916 йыл) — 11 сентябрь 1979 йыл) — ғалим-фармаколог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[2], медицина хеҙмәте полковнигы. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1971). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баян Ғариф улы Ситдиҡов 1916 йылдың 14 (27) ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Ҡандра станцияһы ҡасабаһында тыуған.

1939 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1939 йылдан 1946 йылға тиклем Алыҫ Көнсығышта регуляр хәрби частарҙа медицина взводы командиры, медицина хеҙмәте батальоны начальнигы булып хеҙмәт итә.

1946—1969 йылдарҙа Силәбе дәүләт медицина институтының хәрби кафедраһында өлкән уҡытыусыһы, 1970 йылдан профессор, 1973—1979 йылдарҙа фармакология кафедраһы мөдире.

Ситдиҡов Б. Ғ. «Эксперименталь терапия һәм үпкәнең дисфоген шешеүе патогенезы мәсьәләләре» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Докторлыҡ диссертацияһы һәм артабанғы ғилми тикшеренеүҙәр темаһы — үпкә токсин тәьҫирендә шешкән осраҡтарҙа ҡулланылған терапия ысулдарын эҙләү. Баян Ғариф улы 140 ғилми эш авторы. Уның етәкселегендә фармакология кафедраһы белгестәре токсикология, шул иҫәптән хәрби токсикология проблемаларын хәл итеү юлдарын өйрәнеү менән шөғөлләнә.

Ғалим 1979 йылдың 11 сентябрендә Силәбелә вафат була, ҡала зыяратында ерләнгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены;
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы;
  • «Японияны еңгән өсөн» миҙалы;
  • «Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн» миҙалы[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]