Ситдиҡов
Уҡыу көйләүҙәре
Ситдиҡов | |
Ситдиҡов Ситдыҡов | |
Яҙыу | Кирил алфавиты |
---|---|
Форма фамилии или отчества для другого пола | Ситдиҡова Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы һәм отеческая фамилия[d] |
Ситдиҡов — башҡорт ир-ат фамилияһы. Ситдиҡова — башҡорт ҡатын-ҡыҙ фамилияһы. Шулай уҡ Ситдыҡов тигән вариант та бар.
Билдәле фамилиялаштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ситдиҡов Баян Ғариф улы — (1916—1979) — ғалим-фармаколог. Медицина хеҙмәте полковнигы. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1971).
- Ситдиҡов Ғилман Хәмзә улы — (30 сентябрь 1946 йыл) — энергетик, «Уфаэнергоучет» яуаплылығы сикләнгән ойошма директоры,Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт ветераны, 1976—1980 йылдарҙа Белорет район комсомол комитетының I секретары, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- Ситдиҡов Ғөзәйер Зөлҡәрнәй улы — (ноябрь 1911 йыл — 14 май 1969 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.
- Ситдиҡов Мөхәмәт Хәмзә улы — (1943 йыл, 8 сентябрь) — хеҙмәт ветераны, «1941 — 1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 20 йыллығы» юбилей миҙалы (7 май 1965), «Алыҫ поход өсөн» жетоны, «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы маҡтаулы хеҙмәт өсөн» миҙалы кавалеры (27 март 1970).
- Ситдиҡов Ринат Даян улы — (8 октябрь 1968 йыл) — Салауат районы Лағыр урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сухомлинскийҙың «Йөрәгемде балаларға бирәм» миҙалы лауреаты (2021).
- Ситдиҡов Хәмиҙулла Ситдиҡ улы (1903 йыл — ?) — 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Ситдиҡов Шәмсетдин Мөхәмәтдин улы (17 июнь, 1924, БАССР, — педагог, разведчик. Өс тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған.
- Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (10 июнь 1952 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017)
- Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы (1 декабрь 1958 йыл) — музыкант-скрипкасы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2012), профессор (2012). Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре (2017), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2009).
- Ситдиҡова Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы (12 декабрь 1913 йыл — 29 май 2000 йыл) — рәссам. 1964 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1983) һәм атҡаҙанған (1973) рәссамы. (1964). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993).
- Ситдыҡов Гена Әхмәт улы — (22 ғинуар 1934 — 20 июль 1998), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1993). БАССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |
Бер үк исемле булған тораҡ пункттар тураһында мәҡәләләр. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет тораҡ пункттар тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. |