Эстәлеккә күсергә

Ситдиҡов Хәмиҙулла Ситдиҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ситдиҡов Хәмиҙулла Ситдиҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Соҡаҙыбаш, Соҡаҙыбаш ауыл советы, Туймазы районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Ситдиҡов Хәмиҙулла Ситдиҡ улы (рус. Ситдиков Хамидулла Ситдикович 1903 йыл — ?) — 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Ситдиҡов Хәмиҙулла Ситдиҡ улы 1903 йылда хәҙерге Башҡортостандың Туймазы районы Соҡаҙыбаш ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Бүздәк районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының комендант отделениеһы кавалерисы булып хеҙмәт итә[1]. Хәрби званиеһы — сержант

1944 йылдың 12 апрелендә Владимир-Волынский ҡалаһы янында һуғышта подразделениеларҙа һуғыш кәрәк-яраҡтары етешмәй башлағас, комендант отделениеһы сержанты Ситдиҡов Хәмиҙулла Ситдиҡ улы дошмандың көслө уты аҫтында яралыларҙан хәрби кәрәк-яраҡтар йыя башлай һәм алғы һыҙыҡҡа еткерә. Был ҡаһарманлығы өсөн ул 1944 йылдың 07 октябрендә подразделениеның 17/н бойороғо менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2]. 1945 йылда хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Ситдиҡов Хәмиҙулла Ситдиҡ улы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына тәҡдим ителә[2].

1985 йылдың 23 декабрендә Ситдиҡов Хәмиҙулла Ситдиҡ улы юбилейлы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].

Ситдиҡов Хәмиҙулла Ситдиҡ улы Ҡыҙыл Армиянан 1946 йылда демобилизациялана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 79, ящик 24