Ситдиҡова Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы Ситдиҡова
ASitdikova.jpg
Тыуған:

12 декабрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны:

Татарстан Әгерже районы Мордва ауылы

Үлгән:

29 май 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (86 йәш)

Үлгән урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Жанр:

Портрет, пейзаж

Уҡыған урыны:

БАССР Художество фондының Башҡорт художество оҫтаханалары студияһы

Исемдәре:

Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1983)

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы Ситдиҡова (12 декабрь 1913 йыл29 май 2000 йыл) — рәссам. 1964 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1983) һәм атҡаҙанған (1973) рәссамы. (1964). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы Ситдиҡова 1913 йылдың 12 декабрендә Ҡазан губернаһы[1] Мордва ауылында биш балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Әҙиә 16 йәшендә ауылынан сығып китеп, Урта Азияла, Мәскәү яғында йәшәй.

1934 йылда Өфөгә килеп юлыға. Тормошҡа сығып, ире менән күп йәшәмәй, кескәй улы менән яңғыҙ тороп ҡала. 50-се йылдарҙа рәссамдар оҫтаханаһында, ярҙамсы хеҙмәткәр булып, төрлө эш башҡара. Оҫтахана етәксеһе, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы Рәшит Нурмөхәмәтов уны рәсем төшөрөүгә ылыҡтыра һәм был сәнғәт нескәлектәренә төшөндөрә.

1958 йылда Әҙиә Ситдиҡова беренсе тапҡыр республика рәсем сәнғәте күргәҙмәһендә ҡатнаша. Ике йылдан Рәссамдар берлегендә беренсе шәхси күргәҙмәһе ҡуйыла.

Әҙиә Ситдиҡованы «башҡорт Сезаны» тип атайҙар. Ул байрамдар, ғаилә табындары темаларын үҙ күрә. «Һабантуй көнөндә башҡорт таҫтамалдары менән натюрморт» (1969), «Байрам табыны» (1974), «Өйҙә ҡунаҡтар» (1980) әҫәрҙәре быға миҫал.

Рәссамдың яратҡан темаһы — башҡорт балы. Ниндәй генә рәүештә һүрәтләмәй ул уны — «Кәрәҙле бал»(1971), «Сәк-сәк. Уңышлы йыл» (1988), «Умартасы янында» (1988)! Ижадында яңы баҫҡыс — «Башҡорт игенселәре» (1974). 1960—1970-се йылдарҙа пастель техникаһы ҡулланып күп эшләй.

Өфөлә йәшәй. 1964 йылдан СССР Рәссамдар берлеге ағзаһы. 1973 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, 1983 йылда — «Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы» тигән маҡтаулы исемдәрге лайыҡ була. 1993 йылда уға Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.

Әҫәрҙәре Өфөләге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Мәскәүҙә Дәүләт Третьяков галереяһында һәм БДБ дәүләттәре музейҙарында һаҡлана.

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Республикала, Өфөлә, 1959 йылдан йәштәрҙекенән башҡа һәммә күргәҙмәләр.
  • «Социалистик Урал» төбәк күргәҙмәләре: Свердловск, 1964; Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
  • БАССР рәссамдары ижады декадаһы күргәҙмәһе, Мәскәү, Ленинград, 1969.
  • РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдарынең әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең В. И. Лениндың 100 йыллығына арналған күргәҙмәһе
  • Өс төбәк рәссамдары ижады күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • «Советская Россия» Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1967.
  • «Советская Россия» Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1969.
  • «Советская Россия» Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1972.
  • «Тыуған ил буйлап» Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1974.
  • «Советская Россия-5» Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1975.
  • Бөтә союз художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1977.
  • Бөтә союз художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1972.
  • Бөйөк Октябрҙең 60 йыллығына арналған Бөтә Союз «Ленин юлы менән» художество күргәҙмәһе Мәскәү, 1977.
  • ГДР-ҙа БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Галле ҡалаһы, 1975.
  • «Совет рәсем сәнғәте» халыҡ-ара күргәҙмәләре: ФРГ, 1972; Англия, 1973; Швеция, 1974; Япония, Токио, Саппоро, 1976; Венесуэла, 1977.

Төп әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рыбы, к. м., 1962. Грибы, к. м., 1960. Башкирский мед, х. м., 1963. Кумыс, х. м., 1963. Башкирский натюрморт, х. м., 1963. Натюрморт с хлебом, х. м., 1963. В башкирской избе, 1963. 'Хлеб геологам, х. м. 1964. Башкирский мед, 1964. Обед трактористов, х. м., 1967. Башкирский кумыс, х. м., 1967. Накануне золотой свадьбы, х. м., 1969. У бабушки, пастель, 1969. В землянке, х. м., 1967. Памяти отца, х. м., 1969. Воскресный завтрак, х. м., 1970. Голубые полотенца, х. м., 1970. Башкирский интерьер, х. м., 1973. Натюрморт с красным чайником, х. м., 1971. Серия „В башкирской избе“, 1972: Чак-чак, х. м., Курай, х. м., Безмятежный сон, х. м., Серия „В башкирском ауле“, 1972—1974. Башкирский мед, болгарские лимоны, х. м., Дары земли, х. м. Башкирским хлеборобам, х. м. К праздничному столу, х. м. К чаю, х. м. Сотовый мед, х. м. Оружие батыра, х. м. Полдень, пастель, 1974. Август, пастель, 1974. Хозяйка убралась, пастель, 1974. Белые маки, х. м., 1975. День Победы, х. м., 1975.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бөйөк Октябрҙең 50 йыллығына арналған III „Советская Россия“ Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә уңышлы ҡатнашҡан өсөн РСФСР Министрҙар Советы дипломы (1967)
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1993).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Справочник „Художники Советской Башкирии“. Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979

БСЭ, т. 3, раздел „Башкирская АССР“. Изд. „Советская энциклопедия“, Москва, 1970.

Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. „Советский художник“, Москва, 1974.

А. Алабужев: Буклет „А. Ситдикова“. Башкирское книжное изд., Уфа, 1974.

К. Максимов: Живопись и ремесло описательства. Сб. статей „Десять зональных выставок“. Изд. „Художник РСФСР“, Ленинград, 1967.

Краткая художественная энциклопедия „Искусство стран и народов мира“, т. 3, статья „Россия“. Изд. „Советская энциклопедия“, Москва, 1971.

Сборник „Искусство автономных республик Российской Федерации“. Изд. „Аврора“, Ленинград, 1972.

Изобразительное искусство автономных республик РСФСР. Изд. „Художник РСФСР“, Ленинград, 1973.

Альбом „Урал социалистический“, составитель И. Л. Туржанская. Изд. „Художник РСФСР“, Ленинград, 1975.

„По родной стране“. Выставка произведений художников Российской Федерации. Изд. „Художник РСФСР“, Ленинград, 1976.

Журнал „Художник“, 1956, № 3. К. Максимов: Урал социалистический.

Журнал „Художник“, 1969, № 4. Г. Пикунова: Песнь о Башкирии.

Журнал „Художник“, 1970, № 3. С. Капланова: Урал социалистический.

Журнал Художник», 1971, № 10. В. Ванслов: Единое многонационалие.

Журнал «Художник», 1975, № 3. Творческий отчет художников Урала, редакционная статья.

Журнал «Художник», 1976, № 3. В. Ванслов: Широкий поток жизни.

Журнал «Творчество», 1969, № 8. Ж. «Творчество», 1969, № 12. Ю. Нехорошев: Образы Башкирии.

Журнал «Творчество», 1971, № 8. Ю. Нехорошев: 16 автономных.

Журнал «Советская женщина», 1977, № 7. Репродукции картин, аннотация А. Жуковой.

Журнал «Работница», 1975, № 12. О. Воронова: Душа вещей.

Журнал «Агидель», 1975, № 11. Р. Хисматуллин: Краски родного края.

Журнал «Башкортостан кызы», 1971, № 3. 3. Карабаева: Одолевая годы.

Газета «Правда», 1971, от 21 мая. Л. Акимова: Краски России.

Сафаров М. А. Теплота и спокойствие. Об Адие Ситдиковой и её полотнах // Идель. 2016. № 3. С. 68-71.

Каталоги вышеназванных выставок.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png Ситдиҡова Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы. Автопортрет

Ситдиҡова Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы. Союз художников Республики Башкортостан.

  1. хәҙерге Татарстан Республикаһының Әгерже районы