Эстәлеккә күсергә

Ситдиҡов Шәмсетдин Мөхәмәтдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ситдиҡов Шәмсетдин Мөхәмәтдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 июнь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Лағыр, Салауат районы
Вафат булған көнө 7 декабрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Лағыр, Салауат районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, разведчик, взвод командиры
Биләгән вазифаһы мәктәп директоры
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Ситдиҡов Шәмсетдин Мөхәмәтдин улы (17 июнь 1924 йыл, БАССР, хәҙерге Салауат районы, Лағыр ауылы — 7 декабрь 2002 йыл, Лағыр ауылы) — педагог, разведчик. Өс тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған.

Шәмсетдин Мөхәмәтдин улы Ситдиҡов 1924 йылдың 17 июнендә Салауат районының Лағыр ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 7-се кластан һуң тамамлағас, ауыл советында һалым агенты булып эшләй. 1942 йыл — фронтҡа алына, кесе командирҙар составы мәктәбендә уҡый, уны лейтенант дәрәжәһендә тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында полк разведкаһында разведчиктар взводы командиры була. Һуғыштан һуң Педагогия институтын тамамлай. Колхозда партком секретары булып эшләй. 1953 — 1973 йылдарҙа Лағыр урта мәктәбе директоры. Уның етәкселегендә яңы мәктәп, интернат, уҡытыусылар өсөн ике фатирлы йорт һалына. Бер нисә саҡырылыш ауыл һәм район советы депутаты итеп һайлана. 2002 йылдың 7 декабрендә вафат була. Лағыр ауылында ерләнгән.

Хәләле Рабиға Шәрәфетдин ҡыҙы менән алты бала тәрбиәләр үҫтерәләр, барыһына ла юғары белем бирәләр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (26.09.1944, 13.02.1945, 29.03.1945)[1].
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (15.06.1945)[1].
  • «Германияны еңгән өсөн» миҙалы.
  • «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы.
  • БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы[2].
  • Заемля Салаватская. Земля батыра. Уфа, «Гилем», 2010.