Эстәлеккә күсергә

Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°37′09″ с. ш. 54°18′16″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 805 006

ОКТМО коды

80 651 405 131

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран (Рәсәй)
Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран
Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран
Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран (Башҡортостан Республикаһы)
Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран

Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран (рус. Малый Тукмак-Каран) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата кеше йәшәмәй[1]. Бишҡурай ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452771, ОКАТО коды — 80251825010.

2008 йылдың 9 февраленә тиклем ауыл Туҡмак-Ҡаран тип атала[2]. Был атама Туҡмаҡ-Ҡаран гидронимына барып тоташа (туҡмаҡ ‘ҡыҫҡа’ һәм ҡаран ‘ҡаран, йылға’)[3].

Туҡмаҡ-Ҡаран ауылы сағыштырмаса йәш башҡорт-ҡырғыҙ тораҡ пункты. Шулай уҡ Ғауыл булараҡ та билдәле булған. Бында сауҙагәр һәм яһаҡлы татарҙар йәшәгән. Татарҙарҙың ҡайһы берҙәренең ерҙе файҙаланыу буйынса документтары булмаған, ҡалғандары 1739 йылдың 27 сентябрендәге керҙәшлек килешеүе яҙмаһы менән ҡабул ителгәндәр. 1870 йылда 23 ихатала 145 башҡорт, 53 яһаҡлы татар; 1917 йылда 20 ихатала 128 башҡорт, 28 ихатала 196 яһаҡлы татар; 1920 йылда 60 ихатала 306 яһаҡлы татар тип күрһәтелә.

1816-1833 йылдар араһында сауҙагәр татарҙар был ауылды ташлап киткән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу хаталы рәүештә халыҡтың этник сығышын күрһәтә: бында башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа йәшәгән.

1843 йылда һәр башҡортҡа ни бары 1,5 бот иген сәселгән. 12 бот картуф ултыртылған. Уларҙың 70 бал ҡорто умартаһы булған булған[4].

Хәҙерге осорҙа Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран даими йәшәүсе халҡы булмаған ауыл.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 0
2010 йыл 14 октябрь 0 - - - -

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 60 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Бишҡурай): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 35 км.

Урам исеме[6]:

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Правительство Российской Федерации. Постановление от 09.02.2008 N 60
  3. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 264. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 261. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран ауылы