Йәрмөхәмәт (Туймазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Ермухаметово
башҡ. Йәрмөхәмәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы

Ауыл Советы

Ҡандра

Координаталар

54°35′02″ с. ш. 54°10′28″ в. д.HGЯO

Халҡы

651[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452765

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 827 002

ОКТМО коды

80 651 427 106

ГКГН номеры

0519884

Ермухаметово (Рәсәй)
Ермухаметово
Ермухаметово
Йәрмөхәмәт (Туймазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ермухаметово

Йәрмөхәмәт (рус. Ермухаметово) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 651 кеше[2]. Ҡандра ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251827002.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәрмөхәмәт ауылына 1738 йылдың 14 июлендәге «Ҡармасан йылғаһы буйында һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәү өсөн» ҡанлылар тарафынан ҡабул ителгән Йылан улусы Ҡасай ауылы башҡорттары нигеҙ һала. Уны төҙөүҙә Троицк өйәҙе Әйле улусының элекке аҫабалары йыландар менән бергә ҡатнаша. Аҫабалар ауыл халҡының күпселек өлөшөн тәшкил итә. Беренсе күскенсе хөрмәтенә аталған.

1795 йылда 31 ихатала 245 кеше, 1834 йылда 43 ихатала 499 кеше, 1859 йылда 102 ихатала 787 башҡорт, 1870 йылда 143 ихатала 891 башҡорт, 1895 йылда 217 ихатала 1257 кеше, 1905 йылда 243 ихатала 1480 кеше һәм 1920 йылда 349 ихатала 1574 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, мәктәп, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мәсет, 2 тирмән, бакаля кибте, мөгәзәй теркәлгән.

1895—1905 йылдарҙа сығанаҡтарҙа милли билдә юҡ, 1920 йылда бөтә халыҡ — типтәр. Әммә бында ла алдағы ауыл тураһында әйтелгән күренеш күҙәтелә. Эш шунда: XVIII быуаттың 30-сы йылдарында ҡанлыларҙың керҙәштәре булып киткән башҡорттар буласаҡ Троицк өйәҙенең Айлы улусынан сыҡҡан башҡорттар. Шулай итеп, Йәрмөхәмәт ауылы халҡы — элекке аҫаба-әйлеләр.

1838 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1777 йылда тыуған, 11-се башҡорт полкы составында һуғышҡан зауряд-есаул Йосопов Иманғол Илек улы тере була. Уның улдары Абдулгәрәй (17 йәш), Арыҫлангәрәй (5), Сәйетгәрей (4), Яҡуп (1).

1843 йылда 499 башҡорт 472 бот ужым һәм 2328 бот яҙғы иген сәсә[3].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылда башҡорттар йәшәй. Халыҡ «Йәрмөхәмәт» ауыл хужалығы предприятиеһында эшләй. Икмәкхана, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҫәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1574
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1431
1959 йыл 15 ғинуар 943
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 764
2002 йыл 9 октябрь 709
2010 йыл 14 октябрь 651 328 323 50,4 49,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләт башҡорттар (79 %)[4].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оло Нөгөш йылғаһы (Өҫән йылғаһы бассйны) буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 40 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡандра-Ҡотой): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 7 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 257. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. Межпоселенческая центральная библиотека муниципального района Туймазинский район. Официальный сайт. Савко Зульфира Хамитовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2022)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]