Өҫән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Өҫән
Туҙлыҡыуыш ауылы янында Өҫән йылғаһы
Туҙлыҡыуыш ауылы янында Өҫән йылғаһы
Характеристика
Оҙонлоғо 147 км
Бассейн 2460 км²
Тамағы
 · Координаталар 54°44′42″ с. ш. 53°38′22″ в. д.
 · Координаталар 54°44′42″ с. ш. 53°38′22″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан Республикаһы
РДҺР 10010101312111100028213
Өҫән (Башҡортостан Республикаһы)
Blue 0080ff pog.svg
Blue pog.svg
тамағы
Өҫән Викимилектә

Өҫән — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ыҡҡа ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 147 км.

Бәләбәй ҡалаһы янында йылғаның быуаһы бар (Комсомольский пруд).

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ыҡ башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Кама ҡушылдыҡтары бассейны, Ағиҙел ҡушылғанға тиклем, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010101312111100028213
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102821
  • Бассейн коды — 10.01.01.013
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гидронимдың этимологияһы аныҡ ҡына түгел, бер нисә фараз бар. Ихтимал, монгол телендәге усан — һыу, йылға тигәндән киләлер тип яҙа совет физикогеографы һәм топонимисы, профессор Мельхеев Матвей Николаевич һәм сағыштырыу өсөн бурят телендәге уһ, уһан- йылға, һыу һүҙҙәрен миҫалға килтерә[3] Шул уҡ ваҡытта атама Һөсәйен (Өсәйен) тигән антропонимдан да үҙгәреп инеп киткән булуы ихтимал. Сағыштыру өсөн Дәүләкән районындағы Хөсәйен (Һөсәйен) антропонимынан барлыҡҡа килгән Өҫәйен йылғаһы атамаһын килтерергә мөмкин[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]