Эстәлеккә күсергә

Стәрле (Ыҡ ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стәрле
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Ыҡ
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Бассейн майҙаны 650 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Татарстан Республикаһы
Оҙонлоҡ 533 km
Карта
 Стәрле Викимилектә

Стәрле[2][3] (иҫкесә. Эстәрле, иҫкесә. Стәрле-Баш[4]) (рус. Стерля) — Рәсәйҙәге йылға. Татарстан Республикаһы биләмәләрендә аға. Ыҡ йылғаһының һул ҡушылдығы, был йылғаның һул ярына тамағынан 311 км өҫтәрәк ҡушыла.

Йылға оҙонлоғо 53,3 км, бассейн майҙаны 650 км². Оҙонлоғо 10 км-ҙан әҙерәк булған ҡушылдыҡтарының һаны — 21, уларҙың дөйөм оҙонлоғо — 54 км. Бассейнда күлдәр һаны — 3, уларҙың дөйөм майҙаны — 0,03 км²[4]. Йылғаның башы Балтас ауылынан 7 км көньяҡ-көнбайыштараҡ, тамағы Татарстандың Аҙнаҡай районы Түбәнге Стәрле ауылынан 1,5 км төньяҡ-көнсығышта. Йылға ҡалҡыу тигеҙлек буйлап аға, бассейндың иң юғары нөктәһе Уразай ауылынан 321,7 м төньяҡ-көнсығыштараҡ. Йылға үҙәне тар, тәрән (4-5 м) һәм оҙон (5 км-ға тиклем) йырындар һәм үҙәндәр менән киҫкеләнгән. Үҙәне боролмалы, тармаҡлы түгел. Йылғаға 16 ҡушылдыҡ йылға ҡоя.

— Әҙ һыулы йылға. Туҡланыуы ҡатнаш, күбеһенсә ҡар менән (60 %-ҡа етә). Йыл эсендә аҡма бүленеше тигеҙ түгел. Йыллыҡ аҡма ҡатламы 90-110 мм, шуларҙың 66 мм-ы яҙғы ташҡын осорона тура килә. Ер аҫты туҡланыуы модуле 3,0-тән 0,1 л/сек км²-ға тиклем тирбәлә.

— Һыуҙың сифат составы йылға оҙонлоғо буйынса үрге ағымында гидрокарбонатлы-сульфат-магнийлынан түбәнге ағымында хлоридлы-гидрокарбонат-натрийлыға тиклем үҙгәрә. Ҡатылығы яҙ 6-9 мг-экв/л-ҙан алып һыу кимәле кәмегән осорҙа 9,0 −12,0 мг-экв/л-ға тиклем тирбәлә. Минераллашыу яҙ 100—200 мг/л-ҙан алып һыу кимәле кәмегән осорҙа 500—1000 мг/л-ға тиклем була.

Хужалыҡта ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Йылға был төбәк өсөн оло хужалыҡ әһәмиәтенә эйә, Аҙнаҡай ҡалаһы сәнәғәт предприятиелары, шулай уҡ ауыл хужалығы профиле предприятиелары ҡуллана.

— Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Министрҙар Советының 1978 йылдың 10 ғинуарындағы № 25 һәм Татарстан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 2005 йылдың 29 декабрендәге № 644ҡарары менән төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәле тип танылған.

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Лист карты N-39-47 Азнакаево. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1987 год. Издание 1992 г.
  3. Лист карты N-39-48 Зириклы. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1987 год. Издание 1992 г.
  4. 4,0 4,1 Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 1. Кама/ Под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1966. — 324 с.