Егетәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Егетәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°34′56″ с. ш. 53°47′59″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 861 002

ОКТМО коды

80 651 461 106

ГКГН номеры

0522582

Егетәк (Рәсәй)
Егетәк
Егетәк
Егетәк (Башҡортостан Республикаһы)
Егетәк

Егетәк (рус. Зигитяк) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 279 кеше[1]. Собханғол ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452774, ОКАТО коды — 80251861002.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуат башында Собханғол ауылынан Зигәяҡ (Зиштәк, Собханғол) тип аталған бүлендек тораҡ пункты барлыҡҡа килгән. 1816 йылда ул өс йорттан ғына тора, унда 6 ир-ат типтәр һәм татар йәшәй. 1834 йылда унда татарҙарҙан 4 кеше, 1859 йылда — 352 керҙәш, 1917 йылда — 451 типтәр, 1920 йылда — 456 типтәр йәшәгән.

Халыҡтың иҫәп алыу йылдары буйынса тигеҙ бүленмәүе күҙәтелә, быны типтәрҙәр барыһы ла Собханғол ауылында иҫәпкә алыныуы менән аңлатырға мөмкин, әммә төп өлөшө Егетәк ауылында йәшәгән. Мәҫәлән, 1816 йылда төп ауылда 272 типтәрҙең 84-е генә, ә 1834 йылда 380 типтәрҙән 164-е генә йәшәгән. Ҡалғандары Егетәктә йәшәгән.

Ике тораҡ пунктында йәшәүселәрҙең генетик бәйләнеше уларҙың ике төрлө атамаһына килтерә: Собханғолдо икенсе төрлө «шулай уҡ Егетәк» тип атағандар[2].

2008 йылға тиклем ауыл Нөркәй ауыл Советы составына ингән була[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 279 140 139 50,2 49,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (81 %) йәшәй[4].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 9 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Нөркәй): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 9 км.

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урам исеме[6]:

  • Зөфәр Миназов урамы (рус. улица Зуфара Миназова)
  • Муса Гәрәев урамы (рус. улица Мусы Гареева)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная)
  • Нөгөш урамы (рус. улица Нугушевская)
  • Шишмә урамы (рус. улица Родниковая)
  • Тын урам (рус. улица Тихая)

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Егетәк ауылы мәсете — ағас мәсет, Башҡортостандың архитектура ҡомартҡыһы. 1912—1914 йылдарҙа мәхәллә кешеләре аҡсаһына төҙөлгән. Үҙенең йөҙ йыл йәшәү дәүерендә мәсеттең манараһы һәм эске йыһаздары һәйбәт һаҡланып ҡалған. Ғибәҙәттәр бында 1936 йылға тиклем башҡарылған. Ун йыл ярым ғына бында рухи тормош гөрләгән. Ҡалған ваҡытта уның төп маҡсаты кешеләрҙе ислам мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә йәлеп итеү була. Һуңынан бында ебәк иләү цехы, иген һаҡлағыс, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында лазарет, ә һуғыштан һуңғы йылдарҙа пионер лагеры урынлаша.

Замандаштарҙың иҫтәлектәре буйынса, изге урын үҙ аураһын "аллаһыҙ" йылдарҙа ла һаҡлап ҡалған - яралы һалдаттар аяҡҡа тиҙ баҫҡан, ә балалар өйҙәренә сәламәт һәм киң күңелле булып ҡайтҡандар.

Динде эҙәрлекләү осоронда манараны бер нисә тапҡыр емерергә маташалар, ләкин ауыл халҡы изге урынды һаҡлап ҡала алған. Беҙҙең көнләргә тиклем мәсеттең эске йыһаздары һаҡланып ҡалған. Үткән быуаттың 50-се йылдарынан алып бында ҡабаттан намаҙҙар үтә башлай. 2012 йылда мәсеттә капиталь ремонт үткәрелә[8][9][10].

Хәҙерге ваҡытта Егетәк мәсете Башҡортостан Республикаһының архитектура ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 262. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Егетәк ауылы
  7. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  8. Мечеть села Зигитяк 2017 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.
  9. В селе Зигитяк Туймазинского района отметили столетие мечети
  10. Село Зигитяк. Мечеть (недоступная ссылка). Дата обращения: 20 февраль 2017. Архивировано 21 февраль 2017 года. 2017 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.