Эстәлеккә күсергә

Ғарифуллин Ҡәҙим Мөғәллим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғарифуллин Ҡәҙим Мөғәллим улы
Тыуған көнө

1 май 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (92 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Туймазы районы Егетәк ауылы

Ғилми даирәһе

бухгалтерия иҫәбе

Альма-матер

Ҡазан федераль университетының финанс-иҡтисад институты

Ғилми дәрәжәһе

иҡтисад фәндәре докторы (1989)

Ғилми исеме

профессор (1989)

Награда һәм премиялары

Татарстан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1994)

Ғарифуллин Ҡәҙим Мөғәллим улы (1 май 1932 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Татарстан Республикаһының (1994) атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

285 бит күләмле 190-ға яҡын ғилми-методик эштәре баҫтырып сығарған.

Ғилми тикшеренеү эштәренең төп йүнәлеше: бухгалтер иҫәбе ысулын яҡшыртыу, сәнәғәттә иҫәпләү техникаһының заманса сараларын ҡулланыу, сығымдарҙы иҫәпләү, продукцияның үҙҡиммәтен калькуляциялау.

  • 1955 йылдың 28 июнендә СССР Юғары белем биреү министрлығы Ленинград финанс-иҡтисад институтының «Бухгалтер иҫәбе» һөнәре буйынса педагогия факультетын тамамлай һәм «Техникум уҡытыусыһы» квалификацияһын ала;
  • 1955 йылдан 1958 йылға тиклем — техникумда уҡытыусы;
  • 1961 йылдан 1967 йылға тиклем — доцент, Пермь дәүләт университетында бухгалтер иҫәбе кафедраһы мөдире;
  • 1967 йылдан 1969 йылға тиклем — Ҡазан ауыл хужалығы институтында бухгалтер иҫәбе кафедраһы мөдире;
  • 1972 йылдан 1986 йылға тиклем — Дәүләт ғилми-тикшеренеү һәм халыҡ хужалығына иҫәпләү техникаһын индереү буйынса проектлау институтының ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары;
  • 1989 йылдан хәҙерге көнгәсә — Ҡазан дәүләт иҡтисад институты профессоры;
  • 1989 йылдың 14 апрелендә иҡтисад фәндәре докторы дәрәжәһе һәм бухгалтер иҫәбе кафедраһы профессоры исеме бирелә.

Йәмғиәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ФТО «Приборпром» Татарстан өлкә идаралығы ағзаһы, шул уҡ идаралыҡтың «Автоматлаштырылған идара итеү системаһы» бүлеге рәйесе;
  • түбәнге ФТО «Приборпром» ойошмаһы рәйесе;
  • ФТО «Волга»(1969—1986) ойошмаһы Советының иҡтисад бүлеге рәйесе;
  • ИС ҠЕБ (ICL КПО ВС) фирмаһы консультанты;
  • Рәсәйҙең профессиональ бухгалтерҙар институты ағзаһы;
  • иҡтисад һәм сәйәсәт буйынса ғилемде пропагандалаусы;
  • СССР һәм Болгария Республикаһы араһындағы АСУП ПАИС (Автоматизированная система управления предприятием) ысулдарын эшләү һәм булдырыу буйынса ғилми хеҙмәттәшлектә ҡатнаша (1975—1978 йй.).
  • приборҙар төҙөү һөнәрендә сығымдарҙы иҫәпләүҙең норматив ысулдарын ҡулланыу буйынса методик документтар (1961—1967 г.г.);
  • приборҙар төҙөү сәнәғәттендә етештереүгә киткән сығымдарҙы норматив ысул менән иҫәпләү һәм продукцияның норматив һәм ысынбарлыҡтағы үҙҡиммәтен калькуляциялау, автоматлаштырыу һәм идара итеү ситемаһын ҡулланыу буйынса күрһәтмә (1984 йылдың 30 мартында приборҙар төҙөү Министры урынбаҫары раҫлаған).
  • Бухгалтер иҫәбенең тәғлимәте,
  • Бухгалтер иҫәбе,
  • Тышҡы иҡтисадты иҫәпләү,
  • Сығымдарҙы иҫәпләүҙең норматив ысулы,
  • Сәнәғәтте финанслау һәм кредитлау.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре

  • 1994 йылдың 14 февралендә «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
  • 2002 йылдың 25 ғинуарында «Рәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған иҡтисадсыһы» исеме бирелә.

Миҙалдары

  • «Хеҙмәт ветераны»;
  • «Бөйөк Ватан һуғышында 1941—1945 йй. еңеүгә 50 йыл»;
  • «Бөйөк Ватан һуғышында 1941—1945 йй. еңеүгә 60 йыл»;
  • «Ҡазандың 100 йыллығына — иҫтәлеккә»,
  • Лука Пачолиның «О счетах и записях» трактатына 510 йыл тулыу айҡанлы "Халыҡ-ара Лука Пачоли исемендәгемиҙал ;

Иҫтәлекле билдәләре

  • «ФТО-лағы әүҙем эше өсөн» — ФТО президиумы 27.02.1985 г.;
  • Бөйөк Ватан һуғышында 1941—1945 йй. еңеүгә 55 йыль тулыу айҡанлы Татарстан Республикаһының иҫтәлекле билдәһе;
  • ХХҠК миҙалдары — Алтын (01.12.78 г.), көмөш (08.12.74 г.), көмөш миҙал (04.06.81 г.).
  • Организация нормативного учёта на машиностроительном заводе им. Дзержинского, Пермь, ЦБТИ, 1965, 7.0 п.л.;
  • Себестоимость продукции и резерва её снижения (в соавторстве), Казань, Татарское книжное издательство, 1973, 4.2 п.л.;
  • Нормативный учёт в промышленном птицеводстве, Москва, Россельхозиздат, 1975, 4.2 п.л.;
  • Учет и калькулирование в автоматизированной подсистеме управления себестоимостью продукции, Казань, Издательство Казанского университета, 1986, 14.18 п.л.;
  • Бухгалтерский учёт в АСУ: Учебное пособие (в соавторстве) — Ленинград, Ленинградский финансово-экономический институт, в трех частях, 1984, 15 п.л.;
  • Учет затрат на производство и калькулирования себестоимости продукции на промышленных предприятиях, Казань, Изд-во Казанского финансово-экономического института, 1992, 7.0 п.л.;
  • Бухгалтерский учёт: Учебное пособие (в соавторстве), Казань, Изд-во Казанского финансово-экономического института, 1993, 23 п.л.;
  • Финансово-экономические и юридические термины: Толковый словарь на русском и татарском языках: научно-популярное издание (в соавторстве). Под научным руководством д.э.н., профессора Гарифуллина К. М., Казань, Изд-во Казанского финансово-экономического института, 1996, 11.0 п.л.;
  • Международные и внешнеэкономические аспекты бухгалтерского учёта: Учебное пособие, (в соавторстве), Казань, Изд-во Казанского финансово-экономического института, 1997, 9.5 п.л.;
  • Бухгалтерский учёт и система национальных счетов: проблемы гармонизации учётно-аналитической информации о продукции (в соавторстве),Казань, Изд-во Казанского финансово-экономического института, 1999, 9 п.л.;
  • "Бухгалтерский финансовый учёт: Учебное пособие. Рекомендовано Учебно-методическим объединением вузов (в соавторстве), Казань, Изд-во Казанского государственного финансово-экономического института, 2002, 29.7 п.л.;
  • «Рыночная концепция нормативного учёта затрат»//«Все для бухгалтера». — 2004. — № 10.
  • Управление затратами, Казань, Издательство Казанского финансово-экономического института, 2005, 19.75 п.л.;
  • Управление затратами. Второе издание, переработанное и дополненное. — Казань.: Изд-во КФУ, 2011, 370с.;
  • Развитие учёта затрат в системе внутреннего управления сельскохозяйственной организацией. — Казань.: Изд-во «Центр инновационных технологий», 2010 г., 360с. (в соавторстве с проф. Клычевой Г. С., доцентом Закировой А. Р.).[1] (рус.)(рус.)