Эстәлеккә күсергә

Егетәк ауылы мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Егетәк ауылы мәсете
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Туймазы районы
Урын Башҡортостан Республикаhы
Мираҫ статусы выявленный объект культурного наследия России[d]
Карта

Егетәк ауылы мәсете — ағас мәсет, Башҡортостандың архитектура ҡомартҡыһы. Туймазы районы Собханғол ауыл Советының Егетәк ауылында урынлашҡан.

Егетәк ауылы мәсете

1912—1914 йылдарҙа мәхәллә кешеләре аҡсаһына төҙөлгән. Үҙенең йөҙ йыл йәшәү дәүерендә мәсеттең манараһы һәм эске йыһаздары һәйбәт һаҡланып ҡалған. Ғибәҙәттәр бында 1936 йылға тиклем башҡарылған. Ун йыл ярым ғына бында рухи тормош гөрләгән. Ҡалған ваҡытта уның төп маҡсаты кешеләрҙе ислам мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә йәлеп итеү була. Һуңынан бында ебәк иләү цехы, иген һаҡлағыс, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында лазарет, ә һуғыштан һуңғы йылдарҙа пионер лагеры урынлаша.

Замандаштарҙың иҫтәлектәре буйынса, изге урын үҙ аураһын "аллаһыҙ" йылдарҙа ла һаҡлап ҡалған - яралы һалдаттар аяҡҡа тиҙ баҫҡан, ә балалар өйҙәренә сәламәт һәм киң күңелле булып ҡайтҡандар.

Динде эҙәрлекләү осоронда манараны бер нисә тапҡыр емерергә маташалар, ләкин ауыл халҡы изге урынды һаҡлап ҡала алған. Беҙҙең көнләргә тиклем мәсеттең эске йыһаздары һаҡланып ҡалған. Үткән быуаттың 50-се йылдарынан алып бында ҡабаттан намаҙҙар үтә башлай. 2012 йылда мәсеттә капиталь ремонт үткәрелә[1][2][3].

Хәҙерге ваҡытта Егетәк мәсете Башҡортостан Республикаһының архитектура ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.

  1. Мечеть села Зигитяк 2017 йыл 21 февраль архивланған.
  2. В селе Зигитяк Туймазинского района отметили столетие мечети
  3. Село Зигитяк. Мечеть. Дата обращения: 20 февраль 2017. Архивировано из оригинала 21 февраль 2017 года. 2017 йыл 21 февраль архивланған.