Түбәнге Бишенде
Ауыл | |
Нижние Бишинды башҡ. Түбәнге Бишенде | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Элекке исеме |
Кесе Бишенде |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452790 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Түбәнге Бишенде (рус. Нижние Бишинды) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 737 кеше[2]. Үрге Бишенде ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452790, ОКАТО коды — 80251810008.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәнге Бишенде ауылы — Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙе Әйле улусының һәм Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусының керҙәш-башҡорттары торағы. Был керҙәштәрҙең ике төркөмө лә ерҙе файҙаланыу хоҡуғына бер үк документҡа — 1755 йылдың 1 июнендәге Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары биргән килешеү хатына һылтаналар. Хаттың йөкмәткеһе: «1755 йылдың 1 июнендә Ҡазан юлының Өфө өйәҙе Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары Хәсән Берҙеғолов (тамға X), Муаш Яҡупов (-Г»), … Нуғайбәк контораһында ошо яҙыу буйынса… олатайҙарыбыҙҙың һәм атайҙарыбыҙҙың үҙ аҫаба ерҙәрен шул уҡ Ҡазан юлының Өфө өйәҙе Йәнәй улусы Тоҡай ауылының башҡорттары Әмир Рысметовҡа, Мораҙым Әмировҡа, Әбделғазый, Әбдүш һәм Ҡарсән Ҡадирметовтарға, уларҙың балаларына һәм бүләсәрҙәренә ихаталар булып урынлашырға һәм мәңге йәшәргә һәм ер һөрөргә, бесән сабырға, урман ҡырҡырға, ҡабыҡ һыҙырырға, һәм солоҡ тотоуҙан һәм йәнлек аулауҙан башҡа, был йортҡа кәрәк булған барыһы менән файҙаланырға… бирҙек". Үрҙә телгә алынған документтан тыш, әйлеләр тағы ике килешеү күрһәтә: беренсеһе — 1775 йылдың 17 мартынан, икенсеһе — 1787 йылдың 28 июненән. Әммә 1791 йылда аҫабалар Түбәнге Бишенде ауылы ерҙәрен завод хужаһы Осокинға һата. Тап шул ваҡытта яҡтарҙың оҙайлы ер өсөн тартышы башлана, унда йәшәүселәр заводсы крәҫтиәндәре баҫып алған бик күп ерҙәрен юғалталар.
Түбәнге Бишенде ауылы халҡы, Ҡыр-Йыландарҙың керҙәштәре булған көйө, үҙҙәре сыҡҡан Троицк өйәҙенең Әйле улусы Иҫке Туғыҙлы ауылында үҙҙәренең аҫаба хоҡуҡтарын һаҡлап ҡалғандар. Быға уларҙың Әйле улусының бөтә аҫабалары менән бер рәттән улус йәмғиәте эштәрендә бер тигеҙ хоҡуҡта ҡатнашыуы дәлил булып тора. Атап әйткәндә, улар был йәмғиәткә кешеләрҙе ҡабул итеүҙә ҡатнашҡандар. Мәҫәлән, 1781 йылдың 12 июлендә Түбәнге Бишенде кешеләре әйлеләр Нияз Әхмәров, Таймас Сөләймәнов, Һәбәнәк Мортазин, Ғәббәс Сәфәров Ясир Яҡупов Троицк һәм Силәбе өйәҙҙәренең Себер юлы әйлеләре менән бергә Әйле ауылына мордва крәҫтиәндәренә инергә рөхсәт бирәләр (1802 йылдың 8 февралендә килешеү ҡабатлана).
Түбәнге Бишенде — бында ваҡытлыса йәшәгән, һуңынан Баҡалы ауылына күсерелгән, яңы ғына суҡындырылған типтәрҙәрҙе (1795 йылда — 85 йән ир-ат) иҫәпкә алмағанда, бер милләтле тораҡ пункты. Керҙәш-башҡорттарҙың бер өлөшө ҡатламдан ҡатламға күскән. Мәҫәлән, 1795 йылда 15 ир-егет типтәрҙәр араһында була, һуңынан башҡорт ҡатламына кире ҡайталар. Уларҙың яртыһы типтәр булып киткән. 1755 йылда ауылға нигеҙ һалынғандан алып 1920 йылға тиклем унда тик башҡорттар ғына йәшәгән. 1795 йылда улар бөтәһе 212 кеше була, 1816 йылда — 400, 1834 йылда — 456, 1859 йылда — 537, 1870 йылда — 558, 1897 йылда — 1054, 1905 йылда — 1260, 1920 йылда — 1340 кеше. Ошо йылдар буйынса ихаталар һаны түбәндәге һандарҙа күрһәтелгән: 26, 44, 68, 81, 110, 201, 265. Ауылда мәсет, тирмән, тимерлек һәм кибеттәр булған.
1843 йылда 456 башҡортҡа 400 бот ужым, 6496 бот яҙғы иген, 124 бот картуф сәселә[3].
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда төп мәктәп (1‑се Серафимов урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)[4]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1340 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 927 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 883 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 628 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 668 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 744 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләттәр башҡорттар (69 %), татарҙар (27 %)[5].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлығы:[6]
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 16 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Үрге Бишенде): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 10 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[7]:
- Еңеүҙең 60-йыллығы урамы (рус. улица 60-летия Победы)
- Тау урамы (рус. улица Горная)
- Йәштәр биҫтәһе (рус. микрорайон Молодежный)
- 9 Май урамы (рус. улица 9 Мая)
- Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
- Йәшел урам (рус. улица Зеленая)
- Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
- Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
- Дала урамы (рус. улица Степная)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ихин Ҡәйүм Ғимазетдин улы (1931—2018) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1970) һәм атҡаҙанған нефтсеһе (1976).
- Рәхмәтуллин Әхмәҙулла Ғәзиз улы (1910 йыл — 9 апрель 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының сапёр-шартлатыу взводы сапёры, гвардия ҡыҙылармеецы. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районының Түбәнге Бишенде ауылында тыуа.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 253. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Түбәнге Бишенде // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Түбәнге Бишенде ауылы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Түбәнге Бишенде // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- Нижние Бишинды на портале «Генеалогия и Архивы»
- «Налог Белешмәһе» системаһында Түбәнге Бишенде ауылы
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 253. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Был Туймазы районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |