Эстәлеккә күсергә

Рәхмәтуллин Әхмәҙулла Ғәзиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәхмәтуллин Әхмәҙулла Ғәзиз улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Туймазы районы
Түбәнге Бишенде, Үрге Бишенде ауыл советы, Туймазы районы
Вафат булған көнө 9 апрель 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Вафат булған урыны Волынь өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө сапёр
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Рәхмәтуллин Әхмәҙулла Ғәзиз улы (1910 йыл — 9 апрель 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының сапёр-шартлатыу взводы сапёры, гвардия ҡыҙылармеецы. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Әхмәҙулла Ғәзиз улы Рәхмәтуллин 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районының Түбәнге Бишенде ауылында тыуа. 1941 йылдың ноябрендә Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 62-се кавалерия полкының сапер-шартлатыу взводы саперы булып хеҙмәт итә[1].

1943 йылда Рәхмәтуллин Әхмәҙулла Ғәзиз улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Бүләкләү ҡағыҙында уның тураһында былай тип яҙыла:

« Рәхмәтуллин Әхмәҙулла Ғәзиз улы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә ҡыйыу, дисциплиналы, ныҡлы яугир итеп күрһәтә. Дошман тылында рейдта булып, ул бөтә һөжүм итеү- оборона һуғышы операцияларында әүҙем ҡатнаша, дошман уты аҫтында Чернухино ауылында дошман яғынан беҙҙең оборонаға килгән юлдарҙы миналай, танкҡа ҡаршы 20-гә яҡын мина һала. Рейд ваҡытында өс немец һалдатын яралай һәм юҡ итә. Полкта уның ойошторолыуынан алып хеҙмәт итә.[2] »