Эстәлеккә күсергә

Ғәбдрәхимов Мәүлитйән Сәғитйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәбдрәхимов Мәүлитйән Сәғитйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 31 декабрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Иҫке Туймазы
Һөнәр төрө механик
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Ғәбдрәхимов Мәүлитйән Сәғитйән улы (31 декабрь 1941 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).

Мәүлитйән Сәғитйән улы Ғәбдрәхимов 1941 йылдың 31 декабрендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Иҫке Туймазы ауылында тыуған. 1970 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң был юғары уҡыу йортоноң Октябрьский филиалында эшләй башлай, ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, нефть промыслалары механикаһы кафедраһы профессоры була[1].

2002 йылдан алып нефть промыслаһы машиналары һәм ҡорамалдары кафедраһы мөдире. Ғәбдрәхимов Мәүлитйән Сәғитйән улының фәнни эшмәкәрлеге энергия һаҡлаусы быраулау һәм нефть промыслалары ҡорамалдарын камиллаштырыуға һәм уйлап табыуға арналған[2]. Ғәбдрәхимов Мәүлитйән Сәғитйән улы етәкселеге аҫтында скважиналарҙы быраулау өсөн вибраторҙар, демпферҙар, бырауҙар, быраулы турбиналар, центраторҙар һ.б. инструменттар, скважиналарҙың һәм ҡатламдарҙың забой алды зоналарына тәьҫир итеү өсөн вибратор-пульсаторҙар, нефть сығарыу өсөн өҫкө приводлы винтлы насос ҡулайламаһы уйлап табыла[2]. Асыштары «Башнефть» акционер нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һәм Рәсәй Федерацияһының, БДБ илдәренең башҡа нефть сәнәғәте предприятиеларына индерелгән.

Ғәбдрәхимов Мәүлитйән Сәғитйән улы 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 2 монография һәм 89 уйлап табыу танытмаһы һәм патенты авторы.